Телевидениеға нимә булды?!20.03.2015
Тамашасылар йотлоғоп ҡараған һәм ябай халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған “Телеүҙәк”, “Ҡайтайым ауылыма”, “Арыҫлан” ир-егеттәр клубы” кеүек тапшырыуҙар ниңәлер юҡҡа сыҡты.

Аталған программаларҙың урынына “Хиромант” фильмы, “Ҡорамға юл” тапшырыуы ҡуйылды. Әйткәндәй, “Хиромант”ты бар федераль каналдар ҙа бер нисә тапҡыр эфирға сығарҙы, Митро­политтың вәғәздәре лә башҡаларында йыш күрһәтелә.
Бер тапшырыуҙың да эфирға мәңге­леккә килмәүе, уның үҙгәреп, алмаштырылып тороуы яҡшы аңлашыла, тик был аҙымдың халҡыбыҙ мәнфәғәтенә, үҫешенә бәйле булырға тейешлеге лә көн кеүек асыҡ.







Вернуться назад