Тәртип башы – тупһанан20.03.2015
Гәзитебеҙ ойошторған рухи эстафетаны баймаҡтар, һәр ваҡыттағыса, дәррәү күтәреп алды. Әйткәндәй, был район – республикала милли матбуғатты алдырыу буйынса иң алдынғылар рәтендә.

Тәртип тупһанан башлана тигәндәй, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең, башҡаларға үрнәк күрһәтеп, гәзит-журналдарға күпләп яҙылыуы маҡтауға лайыҡ. Был юлы ла улар “Башҡортостан” гәзитенең рухи эстафетаһына тәүгеләрҙән булып ҡушылды.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлимйән Баймырҙин әйтеүенсә, башҡарма комитеттың 15 ағзаһы киләһе ярты йыллыҡта ла гәзитте алдырып уҡыясаҡ. Шулай уҡ Күсей һәм Темәс урта мәктәптәре, Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы (етәксеһе — Динислам Арыҫланов) акцияға теләктәшлек белдерҙе. Рухи сылбырҙы өҙмәйенсә, эште районда артабан йәйелдереү дауам итә.
Ғәлимйән Баймырҙин эстафетаны күрше­ләре­нә — Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына (рәйесе Ирек Бикмәтов) —тапшырҙы.






Вернуться назад