Йәштәрһеҙ йәшәйеш өмөтһөҙ20.03.2015
Йәштәр бөгөн ни менән шөғөлләнә, ниндәй ниәттәр менән яна, ҡайһы мәсьәләләр уларҙы айырыуса борсой? Хөкүмәт йортонда ошо турала фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Был тема һәр саҡ көнүҙәк булды, әлеге еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа уның әһә­миәте арта ғына, – тине Рөстәм Зәки улы, кәңәшмәне асып. – Бөгөн власть йәштәрҙең проблемаларын беләме, аңлаймы, хәс­тәрлек күреү тейешле ки­мәл­дәме? Барыһын да асыҡ­ларға кәрәк. Төрлө йүнәлештә программалар, концепциялар эшлән­гән һәм тормошҡа ашырыла, әммә ни өсөндөр бер ҡалыпҡа һалынған сараларҙан һис кенә лә арына алмайбыҙ. Ярҙам һүҙҙә ҡалмаһын, ә файҙаға булһын ине. Ошонда ултырыусыларҙың бөтәһе лә әлеге мәсьәләне аңлай, тәжрибәгә эйә. Бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр йәш булдыҡ бит.
Рөстәм Хәмитовтың билдәлә­үенсә, власть даирәләренә йәштәрҙе үткәрмәү күренеше тамыр йәйә бара, министрлыҡта йәки район, ҡала хаки­миәтендә юғары вазифаға ундайҙарҙы тәғәйенләү – һирәк күренеш. Депутаттар араһында ла утыҙ-ҡырҡты уҙмағандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит илебеҙҙең матур, имен киләсәге өсөн тап йәштәргә күберәк иғти­бар бүлеү, ҙурыраҡ яуаплылыҡ биреү кәрәк.
– Йәш быуын вәкилдәренә шәх­си эш асыу ҡыйынға тура килә, фатир алыу ҙа – үҙе бер михнәт, – тип дауам итте телмәрен республика Башлығы. – Яңы идеялар тәҡдим итәм тип, киләсәккә өмөтләнеп тупһаңа аяҡ баҫҡан алдынғы ҡарашлы йәш кешене ишектән кире бороп сығарыуҙы нисек аңларға?
Рөстәм Зәки улы эшкә урынлашыу мәсьәләһенә айырым туҡталды, юғары уҡыу йортон яңы тамамлаған белгестәргә нығыраҡ иғтибар итергә саҡырҙы. Әйткәндәй, эш урыны, хеҙмәт хаҡы һәм торлаҡ – Рөстәм Хәмитов алып барған сәйәсәттә иң мөһиме.




Вернуться назад