Халыҡ фронты ҡор йыйҙы20.03.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе, адвокат Надежда Крылова Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенә өсөнсө рәйестәш итеп тәғәйенләнде. Бындай ҡарар ошо көндәрҙә Өфөлә үткән ”Халыҡ фронты — Рәсәй өсөн” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең конференцияһында ҡабул ителде.
Форум эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йөҙгә яҡын делегаты, республикабыҙҙың власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм эксперттар берләшмәһе ҡатнашты. Конференцияла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың майындағы указдары үтәлеше мәсьәләләре, дәүләт башлығының икенсе ”Ғәмәлдәр форумы” йомғаҡтары һәм Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән бурыстар, төбәк штабының 2015 йылға эш планы тикшерелде.