Иғтибар үҙәгендә – ябай кеше20.03.2015
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 18-се ултырышы 26 мартта үтәсәк. Был хаҡта ҡарар сығарғандан һуң парламент Президиумы ағзалары мөһим сараның көн тәртибен дә раҫланы. Ултырыштың тәүге өлөшөндә республика Башлығы 2014 йыл йомғаҡтары тураһында сығыш яһаясаҡ.

12 закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итеү тәҡдиме индерелде. Улар араһында “2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты ла бар. Илдә һалым ҡануниәтенең үҙгәреүе йылдың төп финанс документын әҙерләүгә шаҡтай ныҡ йоғонто яһаны, шул сәбәпле һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт өлкәләренә, граждандарҙың социаль гарантияларын үҫтереүгә өҫтәмә сығымдар йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда инновация эшмәкәрлеге, ҡала төҙөлөшө тураһындағы ҡануниәттәргә үҙгәреш индереү менән бәйле закон проекттары иғтибарға лайыҡ.
Башҡортостандағы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, ерҙе мелиорациялау тураһында закондарға үҙгәреш индереү буйынса эш дауам итә әле.
Республика парламенты Президиумы ағзалары шулай уҡ быйыл апрелдә “Башҡортостан Республикаһында ветерандарға социаль ярҙам тураһында” Хөкүмәт сәғәтен, майҙа “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу барышы тураһында” парламент тыңлауҙарын үткәреү тәҡдимен хупланы. Туғыҙ мәсьәлә айырым суд участкаларына мировой судьялар тәғәйенләүгә ҡағыла.




Вернуться назад