Тәжрибәләр төрлө, маҡсат уртаҡ20.03.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың медицина фәндәре докторы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эш төркөмө етәксеһе Борис Положий менән осрашыуында үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы кәметеү йүнәлешендә тупланған тәжрибәне төбәк кимәлендә файҙаланыу мөмкинлеге тикшерелде.
Борис Положий Республика клиник психотерапия үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Рәсәй буйлап күп йөрөйөм, коллегаларым менән аралашам. Һеҙҙә психотерапия үҙәге рәүешендә ойошторолған структура Рәсәйҙә иң яҡшыһылыр, моғайын, тип әйтә алам. Минеңсә, бөгөн был — ысынлап та иң ҡулай алым. Кешеләрҙең психик сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу өсөн барлыҡҡа килгән модель булараҡ ойоштороу йәһәтенән бик ҡыҙыҡлы, тотош Рәсәй Федерацияһы өсөн ҡулай ул, — тине профессор.
Борис Положийҙың фекеренсә, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарын иҫкәртеүҙә табиптар күп йәһәттән идеолог булараҡ сығыш яһай, сөнки был мәсьәләлә йәмғиәттәге хәл-шарттар төп әһәмиәткә эйә. Шуға күрә махсус ярҙам структураһын төҙөү зарур, — тине ул.