Ҡырым беҙҙең менән!20.03.2015
Ҡырым беҙҙең менән! Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына бер йыл тулыу уңайынан илебеҙҙең барлыҡ тарафтарында күмәк халыҡ ҡатнашлығында байрам саралары ойошторолдо. Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда ла ҙур митинг-концерт булды. Халыҡтың күплегенән алма төшөрлөк тә урын юҡ ине унда. Йыйылыусыларҙың башлыса йәштәр булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Майҙанға йәмғеһе 19 меңдән ашыу кеше килгән!

Һуңғы егерме йыл эсендә Украина­лағы сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, социаль өлкәнең дәүләт етәкселеге иғтибарынан мәхрүмлеге арҡаһында Ҡырым ярымутрауы бөлгөнлөк сигенә еткән булған. Рәсәйҙең яңы төбәктәрен төҙөклән­де­реүгә күп көс һалынды. Башҡортостан халҡы ла был сараларҙан ситтә ҡал­маны, хатта иң әүҙем ярҙам итеүселәр иҫәбенә инде. Ҡырымдың Белогорск районы беҙҙең республика ҡарамағына бирелде. Бик тос гуманитар ярҙам ойошторолдо, Башҡортостан игенселәре ярымутрау халҡына көҙгө уңышты йыйып алыуҙа ла төп терәккә әйләнде.
Был хаҡта митингтағы сығышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та телгә алып үтте.
– Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылды. Киләсәк быуын беҙгә быуаттар буйы рәхмәтле буласаҡ. Башҡортостан халҡы Ҡырымға ҙур ярҙам күрһәтте, артабан да уларҙы хәстәрлектән өҙмәйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Митингта ҡатнашыусылар алдында ветерандар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә телмәр тотто. Аҙаҡ ижади коллективтар һәм артистар сағыу концерт менән сығыш яһаны.


Вернуться назад