Тәңремә20.03.2015
Һинең барлығыңа, Аллаҡайым,
Бөгөн килеп тағы инандым.
Баҫыу өҫтәрендә тыпырҙашҡан
Ямғыр тамсыһына ҡыуандым.
Нисек көтә ине дымды ерем!
Сарсап һыуһағайны баҫыуҙар.
Нисәнсе көн инде йылы ямғыр
Яуа игендәрҙе ҡамсылап.
“Бәндә илар, Аллаһ бирер” тигән
Раҫ икән дә әсәй һүҙҙәре.
Йылы ямғыр биреп ваҡытында
Иретәһең күңел боҙҙарын.

Яҙҙарым

Күҙҙе сағылдыра яҙ ҡояшы,
Шаҙралата ҡалын ҡарҙарҙы.
Шундай иркен һулар һауаларым,
Һағындырған икән яҙҙарым.
Оҙон ҡышты нисек сығырмын, тип
Хафаланған юҡҡа күңелем,
Ҡыйыҡтарҙан шат тамсылар тама,
Йырғанаҡтар бейей йүгереп.
Яҙ моңона тулған тирә-яғым,
Ҡоштар һайрай барлыҡ тарафта.
Шундай матур, камил яҙғы көндәр,
Туймайым мең-мең ҡарап та.
Әй, алдатҡыс икән фани донъя:
Ҡышым үтте көтөп яҙҙарҙы.
Яҙҙарым да елдәй үтер әле,
Алмаштырып йәмле йәйҙәре.
Шулай дауам итер тормош, бөгөн —
Камил симфония бар яғым.
Шундай иркен һулар һауаларым,
Һағындырған икән яҙҙарым.

Ҡөрьән мәжлесе

Ҡөрьән мәжлестәре шундай матур,
Шундай күркәм беҙҙең ауылда.
Түбәтәйле атай-олатайҙар,
Аҡ яулыҡлы инәй, әбейҙәр...
Ризыҡтарҙан өҫтәл һығылғанда,
Шөкөр инде, тиһең барына.
Донъя — имен,
күңелдәрҙә — иман,
Доғанан табын башлана.
Һәр бер мәжлес — үҙе оло байрам,
Мосолмандың уртаҡ байрамы.
Бындай мәжлестәргә саҡырыла
Күрше-күлән, дуҫы, туғаны.
Вәғәздәрҙән, доға, сүрәләрҙән
Йәнгә иман нуры тарала.
Изгелек, шәфҡәт орлоҡтары
Шундай мәжлестәрҙә ярала.









Вернуться назад