Яҡшы йәшәүҙең нигеҙе ниҙә?20.03.2015
Яҡшы йәшәүҙең  нигеҙе ниҙә? “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар Ҡыйғы районының эшҡыуарҙар союзы рәйесе Владик Заһиров менән таныш инде. Дәрт-дарманы ташып торған, гелән яңы идеялар ҡороп йәшәгән һәм уларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырған йүнсел динебеҙҙе үҫтереүгә лә күп көс һала.
Күптән түгел Ҡыйғы районынан тиҫтәгә яҡын кеше Сыуаш Республикаһындағы мосолман тормошо менән яҡындан танышып ҡайтты. Делегация вәкилдәре араһында Владик Саяф улы ла булды. Дини ҡәрҙәшебеҙҙең сәфәр тәьҫораттары яҡташтарыбыҙға ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булыр тигән ышаныстабыҙ. Һүҙ – Владик ЗАҺИРОВҡа.

– Сыуаш Республикаһының мосолман ауылдарында Исламдың ныҡлы үҫеш алғаны хаҡында ишеткәнем бар ине. Ниһайәт, быны үҙемә барып кү­рергә насип итте.
Сәфәребеҙ Шығырҙан ауы­лынан башланды. Унда “Өс көрәштәш” мә­сете бар. Иман йортоноң исеме, риүә­йәткә ярашлы, Болғарға Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм т­ара­фынан ебәрелгән өс сәхәбәгә арналған. Мәсеттә беҙҙе туғандарылай ҡәҙерләп ҡаршы алдылар. Өйлә на­маҙына йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә күпләп йыйылды. Ғибә­ҙәттән һуң имам-хатип Рифҡәт ағай Крганов беҙҙе өс ҡатлы Аллаһ йорто менән таныштырып сыҡты. Архитектура йәһәтенән иф­рат үҙенсәлекле бинаға һоҡ­ланмау мөмкин түгел!
Яҡшы йәшәүҙең  нигеҙе ниҙә?Артабан Сыуаш Рес­публи­каһы мосол­ман­да­рының Ди­ниә назараты аппараты етәк­сеһе Мансур хәҙрәт Хәй­буллин беҙҙе мөфтиәт менән таныштырҙы. Унда “Гөлис­тан” исемле мәҙрәсә лә бар. Белем усағында төрлө тө­бәктән йыйылған балалар ғилем туплай, араларында Ҡөрьән уҡыу ярыштарында тәүге урындарҙы яулағандар бихисап. Диниә назаратында һәр эшкә ижади ҡарауҙары, рәсми­лектән азат булып, ғәмәлдәрҙе күңел һалып, ихлас башҡарыуҙары шунда уҡ күҙгә салынды. Уңыштың сере тап ошондай күркәм сифаттарҙа бит. Мөфтиәттең бинаһы бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, бында ифрат мөһим, бөйөк эштәр башҡарыла. Мәҫә­лән, Диниә назараты һәм Сыуаш Рес­пуб­ли­ка­һының Мәғариф министрлығы ярҙа­мында Ислам нигеҙҙәре буйынса республика олимпиадаһы дәүләт кимә­лендә уҙғарыла. Йәкшәмбе мәк­тәптәренең эшмәкәрлеген нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Мәсеттәр ҡара­мағындағы мәҙрә­сә­ләр­ҙең уҡы­тыу­сылары, имам-хатиптар мөфтиәт­кә ай һайын йыйылып, тәжрибә уртаҡлаша, дәрес алып ҡайта.
Сыуаш Республикаһы мөфтөйө Әлбир хәҙрәт Крганов әлеге вази­фаһында 20 йылға яҡын эшләй. Бар­лыҡ саралар, байрамдар уның етәк­селегендә уҙғарыла. Шулай уҡ мөфтөйҙөң ярҙамы менән мөһим проекттар, программалар, шул иҫәптән балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү кеүек эштәр тормошҡа ашырыла. Диниә назараты мохтажлыҡ кисергән өлкән йәштәгеләрҙе, төрлө милләт балаларын хәстәрлектән айырмай.
Артабан Урмай ауылына юллан­дыҡ. Ул республика мосолманда­рының мәҙәни баш ҡалаһы һанала. Тап ошо ауылда “Урмай моңо”, “АРТ-мәҙхиә” тигән төбәк-ара фестивалдәр уҙғарыла.
Бындағы “Ҡара пулат” исемле мә­сет өс йыл элек асылған. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: иман йорто ауылдың үҙәгендә, мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына яҡын ерҙә урын­лашҡан.
Урмайҙан һуң Туҡай ауылына юл­ландыҡ. Унда беҙҙе оҫта ҡулдар яһаған ҡапҡа ҡаршы алды. Ғөмүмән, бындай үҙенсәлек төбәктәге һәр мосолман ауылына хас. Ҡупшы ҡапҡаны асып килеп инеү барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде.
Туҡай ауылының йәмәғәт советы ағзаһы, эшҡыуар Әғзәм хажи Шакиров – үҙ еренең ысын патриоты. Уның һөйлә­үенсә, 2007 йылда республика мәсеттәрендә ошондай йәмә­ғәт советтарының тө­ҙөлөүе мәхәлләләрҙе үҫте­реүгә ҙур өлөш индергән. Халыҡ барлыҡ мәсьәләләрҙе, социаль про­ект­тарҙы тор­мош­ҡа ашырыу юлдарын бергәләп хәл итә. Бының өсөн һәр ауыл­дың үҙ фонды булдырылған.
Туҡайҙа шуныһы хайран ҡал­дырҙы: ауылдың ере, кө­төү­лектәре, йылғалар мә­сет­тең милке итеп рәсми­ләш­терелә башлаған. Тимәк, был урын­дар­ҙы ниндәй маҡсатта фай­ҙаланыу мәсьәләһен иман йорто хәл итә. Өс йыл элек Туҡайҙа ике ҡатлы мәҙрәсә төҙөүгә тотонғандар.
Ғөмүмән, Сыуаш Республикаһына сәфәр беҙҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бөгөнгө мосолман ауылдары тап ундағы кеүек булырға тейеш бит! Ҡәрҙәштәребеҙҙең ифрат яҡшы, бай, дуҫ-татыу, бер-береһенә терәк булып йәшәүен, тормошона һис зар­ланмауын, гелән көр кәйефтә йөрө­үен күреү күңелгә майҙай яғылды. Беҙҙә лә ошондай шарттар тыуҙы­рырға мөмкин бит, хөрмәтле йәмәғәт. Теләк кенә кәрәк.





Вернуться назад