Йондоҙнамә20.03.2015
(23 – 29 март)
ҠУҘЫ (21.03 – 19.04).
Яҙ кәйефегеҙгә ҙур тәьҫир яһар. Шәхси тормошоғоҙҙа ла, эштә лә һәр яҡлап әүҙемлек күр­һәтерһегеҙ. Барыһын да яңынан башларға теләһәгеҙ, иң уңайлы ваҡыт. Әлеге мәлдә бөтәһе лә һеҙҙең әүҙемлегегеҙгә, ҡәтғи ҡарар ҡабул итә белеүегеҙгә бәйле.

БУҒА (20.04 – 20.05).
Аралашыу даирәһен сикләгеҙ, эс-серегеҙҙе берәүгә лә һөй­ләмәгеҙ. Яңы таныштарығыҙға ышанмағыҙ. Аҙнаның беренсе яртыһында эштә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгеҙ. Тәгәрмәскә таяҡ тығып маташыусылар булыр. Ә бына аҙнаның икенсе яртыһында, киреһенсә, үҙ маҡсатығыҙға өлгәшер өсөн барыһын да эшләгеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06).
Хистәрҙең яңырған ваҡыты. Яңы мөнәсәбәттәр башлар алдынан эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Эштә иһә һаҡ булығыҙ: күп кеше ҡатнашлығындағы проект­тарға аҡса һалмағыҙ, акциялар алмағыҙ, сел­тәрле маркетинг ме­нән бу­лышҡан ойошмаларға бәй­ләнмәгеҙ. Семинарҙарҙа, фо­рум­дарҙа ҡатнашыу файҙаға ғына.

ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07).
Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡат­мар­лыҡтарҙан арыныр өсөн баш­көллө эшкә сумырһығыҙ. Хәләл ефетегеҙ менән араларҙы боҙмаҫ өсөн уның дәлилдәрен ҡабул ите­геҙ. Эштә иһә кем менәндер һүҙгә килешеүҙән һаҡ булығыҙ. Чиновниктар, власть вәкилдәре менән ниндәйҙер юридик мәсьәләләр хәл итергә тура килер. Ошо мәлде файҙаланып, ойоштороу һәлә­тегеҙ­ҙе күрһәтеп ҡалығыҙ.

АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08).
Һеҙҙең өсөн иң шәп осор етте! Һәр яҡлап уңырһығыҙ. Әммә был осорҙа белемегеҙ етмәгән эшкә тотонмағыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яңы хеҙмәттәшлеккә юл асылыр. Был һеҙгә ярайһы ғына килем килтерәсәк.

ҠЫҘ (23.08 – 22.09).
Көсөргәнешле аҙна көтә. Аҙна башында тормошоғоҙға ҙур йоғонто яһарлыҡ эшкә тотон­ма­ғыҙ. Уңмауығыҙ ихтимал. Бынан тыш, акциялар һатыуҙан, сит ил аҡсаһы алыуҙан баш тартығыҙ. Быға тиклем ҡуйған маҡсат­тарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға көс һалығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10).
Уңышҡа бары тик түҙемлек менән генә өлгәшерһегеҙ. Яңы мөнәсәбәттәр башлауға уңайлы булмаһа ла, элеккеләрен нығытыу өсөн һәйбәт осор. Эшҡыуарҙар иһә күптән ныҡлы бәйләнеш булдырған хеҙмәттәштәре менән араны өҙөр. Ғөмүмән, был аҙнала фекерләү ҡеүәһен киңәйтергә кәңәш ителә.

САЯН (23.10 – 21.11).
Шәхси тормошоғоҙ икенсе планға күсеп торор. Эш менән өйөрҙәр. Уның һөҙөмтәһен ике айҙан ғына күрерһегеҙ. Ваҡ мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙе хеҙмәттәш­тәрегеҙгә йөкмәтегеҙ. Икенсе эшкә күсеү тураһында уйламағыҙ ҙа, яңы урынығыҙҙа оҙаҡ тормаҫһығыҙ.

УҠСЫ (22.11 – 21.12).
Ижад өлкәһендә эшләүселәр өҫтәмә көс тойор. Яңы эш башлағанда һалынған аҡса күпкә артып ҡайтыр. Шуға төрлө проект­тарға тотоноуҙан ҡурҡ­мағыҙ. Сағыу төҫтәргә иғтибар йү­нәлтегеҙ. Уңыуығыҙ ошоға бәйле.

ЫЛАҠ (22.12 – 19.01).
Тормошоғоҙҙағы ығы-зығы бөтөн аҙнаның кәйефенә йоғонто яһар. Әгәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәһәгеҙ, ошо арала иғтибарҙы шул юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ. Шулай уҡ был осор ремонт башлау өсөн уңайлы. Аҡсаға килгәндә, сығым­дарҙы ниндәйҙер проектҡа һа­лырға планлаштырғанһығыҙ икән, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02).
Яңғыҙҙар, моғайын, икенсе яртыһын осратыр. Был кеше һеҙҙеке икәнен тәү ҡараштан аңларһығыҙ. Әһәмиәтле киле­шеү­ҙәргә ҡул ҡуйыр өсөн уңайлы мәл. Ләститтән һәм яман һүҙҙән һаҡ булығыҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә иһә хеҙмәт­тәшлек иткән кеше тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт тупларға кәрәк. Яҡын киләсәктә файҙаһы тейер.

БАЛЫҠ (19.02 – 20.03).
Ҡатын-ҡыҙға “ир-егеттең йөрәгенә юл ашҡаҙаны аша ята” тигәнде иҫтә тоторға кәңәш ителә. Йортоғоҙҙағы кәйеф ошоға бәйле булыр. Ир-егеткә иһә был аҙнала икенсе яртыһына иҫтә ҡалырлыҡ бүләк яһарға кәрәк. Быйыл йортоғоҙға ҙур тауар һатып алыу зарур. Уны әле һайлаһағыҙ, оторһоғоҙ.



Вернуться назад