Кеше әллә нимә тип әйтер20.03.2015
Кеше әллә нимә  тип әйтер – Әсәйемде фалиж һуҡҡан! – Эшкә килгәс, бүлмәлә ултырған хеҙмәттәштәренә шулай тине Зөләйха.
Күптән бергә эшләгәс, ҡыҙҙар бер-береһе хаҡында яҡшы белә. Зөләйханың әсәһе лә, атаһы ла уҡытыусы булған. Хәҙер өлкәндәр инде. Ауылда үҙҙәре генә тора. Шулай ҙа ҡош-ҡорт тотоп, бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр ине.
– Уй-й-й, бигерәк ҡыйын булған икән, – тиеште ҡыҙҙар.
– Директорҙан һора ла ҡайтып кит, – тине Нәйлә.
– Шулай шул, – тип уны йөпләне Сулпан.
– Эш күп бит, – тине апайҙары.
Иртәгәһенә лә Зөләйха урынында ултырҙы. Бүлмәләш ҡыҙҙары үҙ-ара, был тиклем дә эш тип үлеп барған кеше булыр икән, тип һөйләште. Ауыр тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Һәр кем үҙ эше менән булды. Башҡа ваҡыттарҙа ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләп көлдөрөп алған Нәйлә лә ауыҙына һыу уртланымы ни! Сәй эскәндә лә ләм-мим.
Өсөнсө көнгә Зөләйха күренмәне.
– Ауылға ҡайтып киткәндер, – тине Нәйлә.
– Ниңә беҙгә әйтеп торманы икән?
Әммә төш уҙыуға апайҙары, мыштым ғына килеп, үҙенең өҫтәле янына ултырҙы. Күренеп тора: кәйефе юҡ, йонсоғаны йөҙөнә сыҡҡан.
“Кеше үлеп-фәлән китһә лә мәшәҡәте күп була торған. Ул хәйерлеге, ул башҡа ваҡ-төйәге, шундайыраҡ кәрәк-яраҡ артынан йөрөйҙөр”, – тип үҙ-ара бышылдашты ҡыҙҙар.
Иртәгәһенә лә апайҙары төш ауыуға ғына:
– Уф Алла, магазиндар буйлап йөрөй тор­ғас, арманһыҙ булдым, – тип килеп инде. Үҙе ҡыҙарып-бешеп бөткән. Унан:
– Ҡыҙҙар, сәй ҡуйығыҙ әле, яман сарсаным, – тине. – Йөрөмәгән ер ҡалманы, бөтә Өфөнө тетеп сыҡтым тигәндәй. Магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә табыламы әле ул. Йөрөй торғас, хәлдән тайҙым.
Ул арала шыжлап сәй ҡайнап сыҡты. Ҡыҙҙар өҫтәл әҙерләне. Һөйләшмәй генә сәйләп алдылар ҙа йәнә һәр кем үҙ эшенә кереште. Тик Зөләйха апайҙары ғына һаман ултырманы, ҡыштыр-ҡыштыр килде, нимәлер соҡоно, нимәлер һалды. Бер мәл:
– Ҡыҙҙар, ҡара­ғыҙ әле, килешәме? – тигәнгә боролоп ҡарағайнылар, көҙгө янында сөм-ҡара күлдәк кейгән, башына уратып-уратып ҡара яулыҡ ябынған Зөләйха апайҙары тора ине. Былай ҙа ап-аҡ йөҙлө, ҡара сәсле ха­ным был кейемдә тағы ла һылыуланып киткәндәй тойолдо.
– Килешә, ҡайһылай матур булған! – тине Нәйлә.
– Һеҙҙең өсөн генә теккәндәр, тиерһең! – Быныһын Сулпан әйтте.
– Йылы тәнегеҙҙә туҙһын!
– Рәхмәт!
Ҡыҙҙарҙың матур һүҙҙәренән күңеле булған Зөләйханың кәйефе күтәрелде, ауыҙы йырылды.
– Әсәйем менән бер-бер хәл булһа, кейергә йүнле кейемем дә юҡ ине, хәҙер күңелем тыныс инде, – тигәс, ҡыҙҙар телһеҙ ҡалды…




Вернуться назад