Ҡыҫҡаса...18.03.2015
Тикрит ҡалаһы өсөн барған алышта Ираҡтың элекке етәксеһе Саддам Хөсәйендең ҡәберлеге емерелгән.
***
Таиландтың Мэклонгв йылғаһында иң ҙур йылға балығын тотҡандар. Уның ауырлығы – 360 килограмм самаһы, оҙонлоғо – 4,2 метр. Табышты кәртәләп алынған вольерға һигеҙ кеше көскә һөйрәп индергән.
***
Рәсәй Федерацияһының Премьер-министры Дмитрий Медведев иҫке электричкаларҙан һәм плацкарт вагондарҙан арынырға саҡырҙы. “Әлбиттә, быны бөгөндән тота килеп эшләп булмай, әммә уңайһыҙ, иҫке транспорт саралары менән хушлашырға ваҡыт”, – тине ул Рәсәйҙең транспорт машина төҙөлөшө үҫешенә арналған кәңәшмәлә.
***
Рәсәй космонавтары Елена Серова менән Александр Самокутяев, шулай уҡ Америка астронавы Барри Уилмор, йыһанда 170 тәүлек самаһы эшләгәндән һуң, Ҡаҙағстан далаларына уңышлы килеп төштө. Йыһангирҙәрҙең сәләмәтлеге һәйбәт.
***
Яҡутияла тикшеренеүселәр 10 мең йыл элек йәшәгән носорог балаһы һөйәктәрен тапҡан. Хәҙер уның ниндәй шарттарҙа көн иткәнен, нимә менән туҡланғанын һәм башҡа үҙенсәлектәрен асыҡлау бурысы тора.
***
2014 йылда Башҡортостан халҡы Ҡырымдың Белогорск районына 217 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән: техника, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән, ремонт эштәре башҡарған.
***
Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт үҙәге ағзаһы Дмитрий Колтаков Германияла донъяның боҙҙа мотоуҙыш буйынса 50-се шәхси чемпионатында еңеү яуланы.
Әйткәндәй
19, 20, 21 мартта баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында тамашасыларҙың үтенесе буйынса “Әсә” фильмы күрһәтеләсәк. Продюсер Фәнил Ғәлимов хәбәр итеүенсә, фильмды республиканың райондарында киномобилдә лә күрһәтәсәктәр. Урындарҙа режиссер һәм ижади төркөм менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
20 мартта фильмды Хәйбулла районының Бүребай, 21-ендә – Аҡъяр ауылы, 22-һендә – Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы, 23 мартта Силәбе өлкәһенең Уфимка ҡасабаһы халҡы ҡарай ала. 24 мартта киномобиль Йылайыр районының Юлдыбай ауылына, 25-ендә – Йылайыр ауылына, 26-һында – Күгәрсен районының Йомағужа ауылына, 27-һендә – Мораҡҡа, 28-ендә Мәҡсүткә, 29 мартта Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына килә.