Силәбеләр килә18.03.2015
Башҡортостан менән Силәбе араһында хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә — ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙға күрше төбәктән рәсми делегация килә. Эшлекле осрашыуҙа Силәбенең металлургия, машиналар эшләү, төҙөлөш, нефть химияһы, ауыл хужалығы тармағындағы предприятие һәм ойошма вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында элек-электән йылы мөнәсәбәт булдырылған. Бер генә миҫал: һуңғы йыл­дарҙа көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көн­сы­ғыш райондарҙың иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә күрше өлкәләр менән хеҙмәт­тәшлек тура­һын­да 19 килешеү төҙөлгән, шу­ларҙың унауһына силәбеләр “сәбәпсе”. Аг­росәнәғәт комплексында ла үҫеш һиҙе­лер­лек – “Ситно” компа­ния­һына ҡараған Сибай элеваторында тө­ҙөкләндереү эштәре аҙа­ғына яҡынлаша. Ҡоролма республиканың иң ҡеүәтле тирмәне буласаҡ тип күҙаллана. Былтыр йыл аҙа­ғында Магнитогорск һөт комбинаты менән берлектә Әбйәлил районының “Красная Башкирия” һөтсөлөк фермаһы яңыртылған. Уча­лы, Ейәнсура, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондары менән дә килешеүҙәр төҙөлгән. “500 фер­ма”, “Башҡорт ҡаҙы” прог­раммаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән бер нисә инвестиция проекты күҙ уңында тотола. Сәнәғәт өлкәһенә килгәндә, мәҫәлән, “Гранд” йәмғиә­те (Йылайыр районы) менән Магнитогорск металлургия комбинатын күптәнге хеҙмәт­тәшлек ептәре бәй­ләй. Ҡыйғы районында – тегеү фаб­рикаһы (ойош­тороусыһы – Ю. Ки­тов, Һатҡы ҡала­һы), Йылайырҙа күмер етештереү цехы (Н. Скиданов, Магнитогорск ҡалаһы) уңышлы эшләй.
Ғөмүмән, Силәбе – һуңғы йылдарҙа Урал­да үҫеш күрһәткестәре бермә-бер артҡан ҡала. Төбәктә, сәйәси йәһәттән дә, иҡтисади күҙлектән дә сығып фекер йөрөткәндә, хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре киң. “Магнитогорск ҡалаһында башҡорт тауары көндәре”, “Силәбелә башҡорт балы көндәре”, халыҡ-ара, төбәк-ара кимәлдәге махсуслаш­тырылған күргәҙмәләр, йәрминкәләр, конференциялар, эшлекле осрашыуҙар — маҡсатлы йүнәлештең бер тармағы ғына.








Вернуться назад