Әлдә һеҙ бар донъяла18.03.2015
Әлдә һеҙ бар донъяла Әсәй булыуға бер ни етмәй. Йәшәйештең дә төп асылы шунда. Бер түгел, биш һәм унан да күберәк бала баҡҡан ҡатынға иһә баш эйерлек, таң ҡалырлыҡ. Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп бала тәрбиәләгән 50-нән ашыу ҡатынға “Єсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

– Былтыр республикала 60 мең 517 бала донъяға килде. Беҙҙә тыуымдың артыуы күҙәтелә. Ћеҙҙең арҡала, әсәйҙәр, республика халҡы ла күбәйә, – тине Салауат Тәлғәт улы һәм Башҡортостан Башлығының иң изге теләктәрен еткерҙе.
Єсәйҙәр тантана айҡанлы уй-кисерештәре менән уртаҡ­лашырға ашыҡ­ты.
– Был көн хәтеремдә мәң­гегә уйылып ҡалыр, ҡыуа­ныстан хатта күҙҙәремә йәш эркелде. Тантана алдынан данлыҡлы батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен күреү күңелде тағы күтәреп ебәрҙе, – тине Ѓафури районының Љаранйылға башланғыс мәк­тәбе уҡытыусыһы Аймара Суфиянова. Ул ире Єхнәф ме­нән дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Уңған ғаилә күпләп бал ҡорто тота.
Єбйәлилдән Єлиә Булатова әсәйҙәргә күрһәтелгән ҡәҙер-хөрмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар аша еткерҙе. Уның яҡташы, Рыс­ҡужа ауылынан Ишбикә Басирова ла тантанаға саҡы­рыу­ҙарына шат. Күркәм ҡа­тындың иң өлкән ҡыҙы Ай­һылыуға – 22, иң бәләкәсе Єлфиәгә – ике йәш. Был ғаиләлә спортты үҙ итәләр.
Гүзәл зат бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай: ғаиләлә ул – донъя тотҡаһы булған әсә, ҡатын, эштә – тырыш хеҙмәткәр. Љайһы береһе хатта тотош хужалыҡ етәксеһе бурысын йөкмәй. Љыйғы районынан Антонина Латипова – ана шундай­ҙарҙан. Ул – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.
Тантанаға килгән әсәйҙәр араһында нин­дәй генә һөнәр эйәһе юҡ ине. Мәҫәлән, Гүзәл Мортазина – Иҫке Балтастағы 1-се урта мәктәптә уҡытыусы, Венера Искәндәрова – Йылайыр үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы, Миәкәнән Рузилә Батраева почтальон булып эшләй. Єммә ҡатындарҙы донъялағы бер изге һөнәр берләштерә. Улар бөтәһе лә – күп балалы әсәйҙәр!


Вернуться назад