Башҡортостан Хөкүмәте йәш ғалимдар һәм ғилми коллективтар өсөн ойошторған ғилми эштәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгегә 200-гә яҡын хеҙмәт ебәрелгән. Араларынан утыҙы иң яҡшыһы тип табылып, уларҙы уңышлы атҡарып сыҡҡан 44 йәш ғалимға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡулынан Рәсәй фәне көнөндә еңеүсе дипломын алыу бәхете тейҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте хеҙмәткәре Айнур Хужәхмәтов та бар. Ул “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”н, Мостай Кәримдең энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнашыу менән бер рәттән Башҡорт дәүләт университетында дәрес тә алып бара. Тырыш егет күптән түгел “Хәҙерге башҡорт прозаһында композиция мәсьәләләре” тигән темаға диссертация эшен уңышлы яҡлаған. Тап ошо хеҙмәте Айнурға тағы ла бер ҡыуаныс — әлеге ғилми эштәр конкурсында еңеү — килтерҙе.
Салауат Тәлғәт улы бүләкләнеүселәрҙе Рәсәй фәне көнө менән ихлас ҡотланы, уларҙың үҙ юлына артабан да тоғро ҡалыуын теләне.
— Фән — йәмғиәттең үҫешендә төп көс, — тине ул. — Уға булышлыҡ итеү маҡсатында республикала күп эш башҡарыла — бөгөнгө сара быға дәлил. Гранттарҙың, матди һәм рухи ярҙам булараҡ, яңы үрҙәргә этәргес биреренә ышаныс ҙур.
Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һәм башҡа сығыш яһаусылар ҙа йәш ғалимдарға ныҡышмалылыҡ, әүҙемлек, уңыштар теләне. Йәштәр иһә ышанысты мотлаҡ аҡларға һүҙ бирҙе.
Дилбәр ИШМОРАТОВА