Яңы төбәктәрҙең хәле нисек?18.03.2015
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты.
Быйылғы тәүге кәңәшмәгә Ҡырым һәм Севастополь власының закон сығарыу һәм башҡарма органдары вәкилдәре лә килгәйне.
Әлеге ултырышта ҡатнашыусылар Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйҙәге хоҡуҡи киңлеккә интеграцияһын тикшерҙе. Закон сығарыусылар советының тейешле комиссияһы, шулай уҡ парламент палаталарындағы был йүнәлештәге комитеттар етәкселәре ошо эштең һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.