Сағыу шәхесте юғалттыҡ18.03.2015
Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Валентин Распутин вафат булыу сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡайғы уртаҡлашты.

Яҙыусының улы Сергей Валентинович, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичев исеменә ебәрелгән телеграм­ма­ла төбәк етәксеһе, “һүҙ оҫтаһы, Баш­­ҡортос­тандың оло дуҫы, Аксаков пре­мия­һы лауреаты Валентин Григорьевич Распутиндың арабыҙҙан китеүе тураһын­дағы хәбәр йөрәктәребеҙҙе тәрән тет­рәндерҙе”, тип билдәләне.
Республика халҡы исеменән Рөстәм Хә­митов Валентин Распутиндың туғандарының һәм яҡындарының, уның сағыу талантын яратҡан бар­лыҡ кеше­ләр­ҙең ҡайғыһын ур­таҡлашты. “Мәшһүр яҙыусы, сағыу публицист, ысын ҡа­һар­ман, бөтә йө­рәге һәм кү­ңеле менән Тыуған ил яҙмышы өсөн янып-көйгән шәхес миллиондарса кеше өсөн ғәйәт ҙур әхлаҡи көс символы булып тора. Валентин Григорьевичтың бай рухи мираҫы ватандаш­тарының хәтерендә мәңге һаҡланыр”, – тиелә телеграммала.


Вернуться назад