Бөгөнгө уҡыусыны бынан 14-15 йыл элекке осорҙағыһы менән сағыштырһаҡ, араларында байтаҡ ҡына, ыңғай ҙа, кире лә айырма табырға була, сөнки ул ваҡытта мәктәп балалары араһында дәрестә кеҫә телефоны, планшетлы шәхси компьютер, Интернет ҡулланыу бик һирәк күренеш ине. Кәрәкле әҫәр китапхананан эҙләнде, рефераттар ҡулдан яҙылды, доклад, проекттар ҙур аҡ ҡағыҙға ҡәләм, буяу менән төшөрөлгән йә ҡырҡып алынған һүрәттәр ярҙамында яһалды. Хәҙер иһә ижади фекерләүҙе үҫтереүгә бирелгән барлыҡ эш-мәсьәләне Интернет селтәрен файҙаланып ҡына ла бынамын итеп атҡарыу мөмкинлеге бар. Заман ағышы йәмғиәтте, кешенең аң-зиһенен үҙгәртеп ҡороуҙы талап иткәндәй, уҡыусылар ҙа боронғо, ҡалыплашҡан ысулдар аша белем алыуҙы әллә ни өнәмәй, сағыу электрон техниканы, экран, мультимедианы хуп күрә. Был хәл иһә бөгөнгө остаздарға көндән-көн камиллашыу, алдынғы мәғлүмәт, тәжрибә эстәү талабын ҡуймай ҡалмай. Республика мәғарифындағы заман алымдары фестивале тап ошо маҡсат менән киң даирәле белгестәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, мәктәп, юғары һәм урта уҡыу йорттары уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте.
– Уҡытыуҙа электрон дәреслек ҡулланмау нимәгә килтерәсәк?
– Күпмелер ваҡыттан уҡыусыларығыҙҙың мәктәпкә йөрөүҙән баш тартыуы ихтимал.
Был ғәжәп тә түгел, заман балаһын аң, мәғлүмәт кимәленә тап килгән алымдар ярҙамында уҡытып ҡына яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итергә булалыр. Ошонан сығып, республика мөғәллимдәре өсөн алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ арттырыу, файҙалы ғилем туплау майҙаны тип күҙалланған сарала педагогик, техник һәм идара инновациялары студиялары эшләне. Билдәле ғалимдар, методистар, мәктәп, балалар баҡсаһы уҡытыусылары, IT өлкәһе һәм дистанцияла уҡытыу технологияһы белгестәре ҡатнашты, йөкмәткеле сығыш яһаны.
Киң урын биләгән техник студияла, мәҫәлән, мәғариф ойошмаларын комплекслы йыһазландырыу менән шөғөлләнгән алдынғы етештереүселәр үҙ тауарын тәҡдим итте. Салауат районының Малаяҙ ауылындағы һәм Өфө ҡалаһының Дим районындағы башҡорт гимназиялары, Республика иҡтисад лицей-интернаты, Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы вәкилдәре интерактив әсбаптар, уҡытыу ҡорамалдарын, белем биреү барышына автоматик идара итеү системаларын, робот техникаһы йүнәлешен ҡулланыу, улар ярҙамында эшмәкәрлекте әүҙемләштереү мөмкинлеген асыҡ сағылдырҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән яңы ҡоролмалар араһында Ер шарының һәр төбәге тураһында ентекле һөйләй белгән сағыу электрон глобус, экран, проектор, микрофон, камера кеүек иң кәрәкле техника менән тәьмин ителгән электрон подиум, LCD микроскоп, кескәйҙәр өсөн 80 килограмм ауырлыҡты күтәрә алған заманса, мауыҡтырғыс электрон өҫтәл һәм башҡа күҙҙе ҡамаштырырлыҡ яңы йыһаз-ҡулланма күрергә мөмкин ине.
Педагогик инновациялар студияһы иһә мәктәпкәсә, өҫтәмә, дәрестән тыш, дөйөм белем биреү тармаҡтарын яҡтыртты. 41 ойошманан килгән делегация, алда һанап үтелгән өлкәләрҙән тыш, илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи тәрбиә һеңдереүҙә ҡулайлы проекттары менән таныштырҙы.
– Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты, республиканың төп методик-уҡытыу үҙәге булараҡ, инновацион тәжрибәне системалаштырыу, дөйөмләштереү йәһәтенән бындай сараларҙы даими үткәрә. Төрлө район-ҡалалар әүҙемлек күрһәтә, 400-гә яҡын кеше ҡатнаша. Был – уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең заман талаптарын ҡулланып эшләргә ынтылышының асыҡ сағылышы. Алдынғы ҡарашлы, эшенә талапсан хеҙмәткәрҙәребеҙ һәр төбәктә бихисап. Фестиваль – улар өсөн яҡын аралашыу, һөнәри камиллашыу сараһы. Мәғариф фестивале ике йыл элек үткәрелгәненән йөкмәткеһе тулыраҡ, киңерәк булыуы менән айырыла, сөнки быйылғыһында өҫтәмә белем биреү, идара итеү системаһындағы яңы алымдарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Унда әүҙем ҡатнашҡан Әлшәй, Ейәнсура, Хәйбулла райондары делегацияларын билдәләү зарур, – тине республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов.
Уның фекеренсә, хәҙер яңы йә иҫке алымды ҡулланырға тип ҡырҡа киҫеү килешмәй, сөнки ике ысул да урыны, ваҡыты, башҡарыусыһы менән отошло.
Фестивалдең тағы бер өлөшө “Электрон мәктәп нимәнән башлана?” тигән темаға фекер алышыуға ҡоролдо. Унда республиканың абруйлы уҡыу йорттары, алдынғы ойошма белгестәре тәжрибә уртаҡлашты, электрон мәктәптең уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсә өсөн әһәмиәтен тикшерҙе. Бәхәс, кәңәш, асыштарға бай булды был аралашыу, һәм һөҙөмтәлә үҙ эшен белгән, ижади ҡарашлы уҡытыусы, фекерҙәш ата-әсә, заманса йыһазландырылған мәктәп-үҙәктең электрон белем биреүҙәге төп элементтары тип асыҡланды.
Нефтекама, Ағиҙел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай ҡалаларынан, Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Белорет, Благовещен, Әбйәлил, Әлшәй, Дәүләкән, Бөрө, Ишембай, Бәләбәй, Борай, Мәләүез, Саҡмағош райондарынан килгән педагогтар үҙ эшендәге уңайлы, заман талабына яуап биргән эш алымдары менән таныштырҙы.
Яҙманың башында әйтеп үтеүебеҙсә, әүәл мәктәпкә ҡәләм, дәфтәр менән генә йөрөгән балаларҙы бөгөн юғары кимәлдәге техниканы йылдам ҡулланған малай һәм ҡыҙҙар алмаштырыуы республика остаздарының илдең башҡа төбәктәрендәге мәғариф үҫешенән һис тә ҡалышмай, бар мөмкинлектәрҙән файҙаланып, ижади дәрт менән хеҙмәт итеүенә ишаралай.