Республика йортонда төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһын үткәрҙе. Ул бүләкләнеүселәргә Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, республиканың һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Был көндө мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисад кеүек тармаҡтарҙың 45 хеҙмәткәре награда алды. Улар араһында депутаттар һәм етәкселәр, ветеринарҙар һәм малсылар, табиптар һәм слесарҙар, уҡытыусылар, музей, сауҙа хеҙмәткәрҙәре, урмансылар, китапханасылар һәм журналистар бар ине. Коллегаларыбыҙ — “Урал сасси” гәзитенең баш мөхәррире Юрий Михайлов, “Өмет” гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Гөләрә Арыҫланова, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Тамыр” каналы комментаторы Гөлфиә Раянова (һүрәттә) — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.