Ѓүмерҙең балдай миҙгеле татлымы?17.03.2015
Ѓүмерҙең балдай  миҙгеле татлымы? Бала саҡ – гонаһһыҙ, ҡайғыһыҙ, шаярып уйнар саҡ, тибеҙ. Єммә был ысынлап та шулаймы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуғандан алып ниндәйҙер ауырыу менән интеккәндәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа. Улар ҙа тулы мәғәнәле тормош алып барырға хаҡлы түгелме ни?!
Ләйлә Батыроваға – дүрт йәш. Ул аутизм менән сирләй. СССР-ҙың спорт мастеры Кристина Коваленко ошо ҡыҙыҡай кеүек мөм­кинлектәре сикләнгән балаларҙы саңғыла шыуырға бушлай өйрәтә. Бының өсөн ул үҙенең спорт кәрәк-яраҡтарын файҙалана.
Быйыл ғинуарҙа Кристина Коваленко Башҡортостан Башлығына менталь-хәрәкәт ауырыуҙары менән яфаланған ҡыҙ һәм малайҙарға тау саңғыһы спорты буйынса адаптив күнекмәләр ойоштороу өсөн Өфөләге “Аҡ йорт” комплексында урын алыуҙа ярҙам һорап мө­рәжәғәт иткәйне. Рөстәм Хәмитов республи­каның Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына был мәсьәләне хәл итергә ҡуш­ты. Шулай итеп, тау саңғыһы үҙәгендә кейенеү һәм спорт кәрәк-ярағын һаҡлау өсөн бүлмә бирелде. Күнекмәләргә күтәргес менән менеү ҙә бушлай.
Шәмбе республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов клубта шөғөлләнгән балалар менән бергә саңғыла шыуҙы, уларҙың ата-әсәһен, тренерын борсоған мәсьә­ләләр хаҡында һөйләште.
– Ысынлап та, был – яҡ­шы башланғыс. Ѓәҙәти бул­маған балаларға бик ауыр, шуға уларҙы спорт тормошона йәлеп итергә кәрәк. Уларға саңғыла шыуыу оҡшай: ҡыуаныстан ҡыс­ҡы­ралар. Бәләкәстәр өсөн был – шатлыҡлы хис-тойғолар. Кемдер – һөйләшергә, кемдер – хәрәкәт­ләнергә, кемдер аралашырға өйрәнер, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Башлығы һуңғы йылдарҙа республикала мәрхәмәтлек эшенең яңы кимәлгә күтәрелеүе хаҡында ла әйтте.
– Мәрхәмәтлек ойошмаларында әүҙем әсәйҙәр бар­лыҡ­ҡа килде. Улар балалар ме­нән эшләүҙең өр-яңы ысул­дарын тәҡдим итә. Был – ҙур шәфҡәтлелек хәрәкәтенең, кескәйҙәргә изге мөнәсәбәттең башланғысы, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Өфөләге мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тау саңғыһы клубы киләһе миҙгелдә шөғөлләнергә теләүселәр исемлеген төҙөй. Йәй көндәрендә еңел атлетика кеүек спорт төрҙәре менән мауығыусыларға күнекмәләр үткәреләсәк.







Вернуться назад