Урам сыуалыштары ҡыҙғандан-ҡыҙа09.02.2012
Ҡаһирә ҡалаһындағы футбол матчында булған фажиғәнән һуң (рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш һөҙөмтәһендә 74 кеше һәләк булған, меңдән ашыуы яраланған), Мысырҙа башланған сираттағы сыуалыштарҙы һаман туҡтата алмайҙар.
Урамдарҙа демонстранттарҙың полиция менән бәрелеше арҡаһында 1000-дән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Ҡаһирә урамдары ҙур баррикадаға әүерелгән, әле бында, әле тегендә атыш тауыштары яңғырай. Фажиғә көндән-көн сәйәси төҫ ала, илдәге төрлө көстәр бер-береһенә ғәйеп ташлап, халыҡтың ҡанын ҡыҙҙыра.