Тарихты үҙгәртеп яҙырға ярамай!17.03.2015
Өфөлә “Совет халҡының Бөйөк Еңеүе: тарих дәрестәре һәм заман талаптары” тип аталған Бөтөн Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған сарала республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡортостандың Милли музейы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, “Белем” йәмғиәте, һуғыш һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны.


Республика Президенты ҡарама­ғын­дағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, сараның төп маҡсаты – һуңғы ваҡытта донъя кимәлендә тарихты боҙоп күрһәтеү осраҡтарына юл ҡуймау һәм был проблемаға йәмәғәтселектең, студенттарҙың, аспиранттарҙың иғтибарын йәлеп итеү.
– Бөгөн йәш быуынға шуны белеү мөһим: тарихты үҙгәртеп маташырға ярамай. Тағы бер нисә йыл үткәс, тарих дәреслектәрен яңыртып яҙыуҙары ихтимал. Уларҙа Украинаның Рәсәй менән берлектә фашизмға ҡаршы көрәшкәне тураһында һүҙ ҙә булмауы мөмкин. Тарихты боҙоп күрһәтеүҙең алдан планлаштырылған сәйәси уйын икәне аңлашылып тора, – тине Сергей Лаврентьев.
Сараның пленар өлөшө үткәс, ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан “түңәрәк өҫтәл”дәр эшләне. Конференция “Родина” кинотеатрында Радик Кудояровтың “Генерал” фильмын ҡарау менән тамамланды.











Вернуться назад