Республикабыҙҙың биш районын урап сығыуға ҡарамаҫтан, марафонсыбыҙ “Әҙәби нағыш”тың бөрсөк тире лә күренмәй әле. Иглин районына ла “ыһ” та итмәй килеп етте. Иң башта Меңйетәр ауылына һуғылды. Мәҙәниәт һарайында башҡорт халҡының йыр-моңо менән әйҙүкләп ҡаршыланылар уны. Байрам өҫтөнә байрам бында: ауылда модель китапхана асыла икән. Тантанаға район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вил Динил улы Хафизов менән Меңйетәр ауылы хакимиәте башлығы Илһам Фаил улы Имаев та килеп еткән.“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин етәкселегендәге Өфө ҡунаҡтары – “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты Леонид Соколов, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана методисы Ирина Борисевич, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Радмил Абдрахманов тәүгеләрҙән булып өр-яңы китапхана менән танышты.
– Китапһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул — кешенең ғүмерлек уҡытыусыһы, дуҫы, ярҙамсыһы. Беҙ бөгөн, көрсөккә һылтанып, рухи байлығыбыҙға ҡул һелтәргә тейеш түгел. Рухиәтле кешеләр генә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә һәләтле, – тип Вил Хафизов китапханаға “Иглин йылъяҙмаһы” китабын бүләк итте.
– Һеҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә булырбыҙ. Ярҙам кәрәкһә, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, – тине Ирина Борисевич, китапхана мөдире Лилиә Ғариповаға сертификат тапшырып.
Артабан ҡунаҡтарҙы йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең әҫәрҙәрен тыңларға саҡырҙылар. Раушания Ҡунаҡҡужина, Светлана Алсина, Зөлфиә Әхмәтйәнова үҙҙәре менән таныштырғандан һуң шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Азамат Юлдашбаев әҙәби теҙгенде шундуҡ үҙ ҡулына эләктерҙе:
– Шиғыр яҙырға өйрәткәндәрҙе енем һөймәй, – тине ул, ҡыҙҙарҙың яҙғандарын тикшереүҙе башлап. – Бөгөн һеҙ шиғырҙарығыҙҙы уҡырға тәҡдим иткәнһегеҙ икән, тимәк, халыҡҡа сыҡтығыҙ тигән һүҙ. Иң башта шуны аңлағыҙ: шиғриәт яуап түгел, һорау тыуҙырырға тейеш. Шиғриәт – һуңғы инстанция ул. Беҙ уға Аллаһҡа мөрәжәғәт иткәндәй киләбеҙ: яңғыҙ саҡта, ауыр саҡта...
Азамат Юлдашбаев, шағирәләргә байтаҡ кәңәштәрен биргәндән һуң, фәһемле бер мәрәкәгә ишараланы: “Бер йәш ҡыҙ бөйөк шағир янына килеп, былай ти:
– Мин һирәк-мирәк шиғырҙар яҙам. Кәңәш бирегеҙ әле, артабан яҙырғамы, юҡмы?
– Әгәр яҙмай булдыра алаһығыҙ икән, яҙмағыҙ, – ти шағир. – Яҙмай булдыра алмаһағыҙ инде, яҙығыҙ...”
Леонид Соколов та ҡыҙҙарҙы кәңәштәренән мәхрүм итмәне:
– Шиғырҙарығыҙҙы кинәнеп уҡыным. Бигерәк тә Раушанияның етди эшләгәне һиҙелә. Ҡыҙыҡай донъяның һулышын тоя. Мин уның ҡулъяҙмаһына ҡайһы бер иҫкәрмәләр индерҙем, – тип уны авторына тапшырҙы.
– Дини кеше көнөнә биш тапҡыр намаҙға баҫҡан кеүек, шиғриәт һеҙҙең “дин”егеҙгә әйләнергә тейеш, – тине Мөнир Ҡунафин. – Күберәк уҡырға кәрәк. Әҫәрҙәрҙә тема тарлығы күҙгә бәрелә. Әлбиттә, тәнҡит һүҙҙәренә ҡарап, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Әҙәбиәт йылы йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ донъя күрер, моғайын, шунда һеҙҙең дә шиғырҙарығыҙҙы индерерҙәр тип өмөтләнәм.
Сарала шағирә һәм драматург Хәлисә Мөҙәрисова менән композитор Фәниә Дауытова ла ҡатнашты. Хәлисә апайҙың изге теләктәре, уның һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Илһам Хәсәнов яҙған йыр яңғырауы йәм өҫтөнә йәм булды. Фәниә апай иһә бер нисә шиғырын уҡып хисләндерҙе.
Шиғриәт хаҡында һөйләшеү бик мәслихәт килеп сыҡты. Был турала сарала ҡатнашҡан уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да балҡыған ҡараштары асыҡ һөйләй ине.
Өфө ҡунаҡтары паркта Елена Иглинаның һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң мәҙәниәт һарайына юлланды. Бында улар әҙәбиәт донъяһына килеп эләкте: төрлө роман-повесть геройҙарына арналған һүрәттәргә, уҡыусыларҙың әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уйнауына ҡарап һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Бигерәк тә Лев Толстойҙың “Балдан һуң” әҫәренән күрһәтелгән өҙөк тамашасыны XVIII быуатҡа алып осҡандай...
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Мөнир Ҡунафин Башҡортостан мәҙәниәт министрының ҡотлау хатын уҡып ишеттергәндән һуң, Архангел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәйез Фәтих улы Йортомбаев Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Фәрит улы Вәлиәхмәтовҡа “Әҙәби нағыш” марафонының символын – “Йылъяҙма-китап”ты — тапшырҙы.
Иглиндар ҡунаҡтарҙы оҙаҡ ебәрергә теләмәне: районда тыуып үҫкән талантлы шағир Геннадий Зайцев ижады тураһында йәнле һөйләшеү байтаҡҡа һуҙылды; Галина Лаврунова менән Алевтина Елкаеваның романстары моң тулҡынында бәүелтте; Петр Параваевтың хикәйәһе уйға һалды; сыуаш шағиры Василий Антоновтың шиғырҙары елкендерҙе...
Хушлашыр алдынан Леонид Соколовтың әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө: “Ошондай байрамдар йәнгә ҡанат ҡуя. Әҙәбиәт йылы ғына түгел, ғүмеребеҙ әҙәбиәттә үтһен ине...”