Буран17.03.2015
Ирек эштән ҡайтып инә лә, бер-беребеҙҙе күрмәҫкә тырышҡандай, икебеҙ ике мөйөшкә ҡарап ултырабыҙ. Өйҙә толҡа тапмағас, йорт мәшәҡәттәрен дә атҡармай ул. Шөбһәле тынлыҡ хөкөм һөргән өйҙә минең дә ҡулға эш бармай, көсләп тигәндәй башҡарам барыһын. Әйтерһең, алыштырып ҡуйҙылар Иректе. Эшенән эсеп ҡайтыуҙары һиҙелә башланы. Ҡайта ла ғырылдап йоҡлап китә. Иртәнсәк саҡ уятып, эшкә ултыртып ебәрәм. Өндәшһәм, ғауға ҡуптара. Ғәйепләгәне – балаға уҙмауым. Ҡалаға барып, дауаханаларҙа ентекләп тикшерелеп ҡайттым. Сәбәбе миндә түгел тинеләр. Тик был хаҡта Иректең үҙенә әйтергә ҡурҡып йөрөйөм, сөнки миңә ҡул күтәреүе беренсегә түгел. Әйтһәм, тамам оторо ҡуҙғалып, ярһып китер, тим. Ялҡтым мин ҡурҡып йәшәүҙән, ҡәйнәм. Ялҡтым уның менән йәшәүҙән...
Ишеткән һүҙҙәренән шаңҡыған Хәлиҙә ни тип өндәшергә белмәй тын ҡалып ултырҙы. Ике йәш йөрәктең яратышып туймаҫ мәле бит әле! Бергә йәшәй башлаған тәүге йылдарында үҙ-ара килешә алмай, төрлө хәлдәр сығып китеүе ихтимал. Нимә-нимә, ә бындай хәбәрҙе ишетергә әҙер түгел ине ул.
Гөлүзә, бер нөктәгә текләп ултырғандан һуң, кинәт тороп баҫты ла, тәүәккәлләп, ниндәйҙер ҡарарға килгән кешеләй, ҡулдары менән өҫтәлгә таянды.
– Һеҙгә һөйләп, күңелем бушап ҡалды бына. Күҙем асылғандай булды, – тине ул, йыш-йыш тын алып. – Атай-әсәйемә хәбәр итермен, тиҙ арала алып ҡайтһындар мине!
Ҡәйнә лә ултырып сыҙаманы, тороп килене эргәһенә килде лә ҡулын уның яурынына һалды.
– Ярһып, ҡабалан ниәт ҡылмаһаңсы, балам. Бәлки, берәй яйын уйларбыҙ. Хәҙер медицина ла мөғжизәләр ҡыла тигәндәй. Һис шикһеҙ, сара күрербеҙ!
Гөлүзә өндәшмәне. Хәрәкәтләнмәй тора бирҙе.
– Ирек ҡайтһын да бергәләп асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ, йәме?
Йәш ҡатын башын күтәрмәйенсә генә:
– Һүҙемдән ҡайта торған кеше түгеллегемде яҡшы беләһегеҙ, ҡәйнәм, – тиеү менән сикләнде.
Хәлиҙә урынынан ҡуҙғалды.
– Баҡсаға сығып һыу индерәйем. Өйҙә тамсы ла ҡалмаған даһа. Ирек ҡайтыуға аш өлгөртөрбөҙ, – тип йорттағы мөхитте йәнләндерергә, дәртләндерергә теләп, ҡорғандарҙы асып ебәрҙе. Ҡояштың иркә нурҙары өйгә йүгереп тигәндәй инде.
Ҡапҡаның асылып ябылыуы ишетелде. Эштән асығып ҡайтҡандыр тип, Хәлиҙә тәрилкәгә аш һала башланы. Тик улы һаман кермәй. Биш минуттай ваҡыт үткәс, сыҡты әсә кеше. Ирек башын эйеп болдор күтәрмәһендә ултыра.
– Һаумы, улым!
Ирек ашыҡмай ғына күтәрелеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараны.
– Һин... ни эшләп бындаһың?
Арттан килеп сыҡҡан Гөлүзә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әйттем бит! Тағы сусҡа булғансы иҫереп ҡайтҡан! Үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙме инде?! – Был юлы ул шымып ҡала алмай ине. – Әйткәндәремә ышанмай инегеҙ! – Үҙе ҡылт боролоп, кире өйгә йүгереп инеп китте.
– Шым, бисә лә була алмаған бәндә... – Ирек уның артынан һүҙ ташланы.
Хәлиҙә яҡыныраҡ килде.
– Эй, улым, улым... Нимә эшләйһең һин?
– Һин... һин... аңламайһың, – аяғында саҡ баҫып торған Ирек ултырырға итте, тайшанып китте. Хәлиҙә уны ҡулынан эләктереп өлгөрҙө лә өйгә әйҙәне.
– Ярай, айныҡҡас, һуңынан һөйләшербеҙ. Хәҙергә кереп ят, – тип әүрәтеп индереп, алғы яҡтағы диванға һалды. Улы, башы яҫтыҡҡа тейеү менән, мыш-пыш килеп йоҡлап та китте.
Хәлиҙә бер килке уға ҡарап торҙо. Бына бит тормош тигәнең ниндәй: үҙенсә хәл итеп, кеше яҙмышын меңгә әйләндереп-тулғандыра, хыялдағыһынан ысынбарлыҡтың күренмәгән-көтөлмәгән яҡтарын килтереп сығара. Моронлай башлаған өмөттө бер секундта иҙеп-тапап юҡ итә. Ғәйепләп тә булмай бит әле үҙен. Нисек? Бары тик күнергә ҡала, ахыры. Ҡылғандарын ҡабул итеп, төҙәтергә тырышырға. Иң кәмендә, баш баҫып, артабан йәшәүҙе дауам итергә...
“Туҡта әле, ә килен ҡайҙа?” Һиҫкәнеп, Хәлиҙә йоҡо бүлмәһенә уҙҙы. Гөлүзә шкафтағы кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ сумкаға тултыра ине.
– Ни эшләүең был, килен?! – Хәлһеҙләнеүҙән аяҡ быуындары тотмаған Хәлиҙә карауат ҡырыйына ултырҙы.
– Етер, булды! Түҙмәнем түгел, түҙҙем, ҡәйнәм. Аңлатырға, тыйырға, ихтыярын уятырға теләп күпме тырыштым. Теләмәгән әҙәмгә һөйләп маташма икән ул! Ялҡыны үҙеңә ҡайтып, йөрәгеңде яндыра. Һуңғы сиккә үҙе килтереп еткерҙе. Бүтән ҡала алмайым бында!
– Һуң, кис бит... Нисек былай көйө юлға сыҡмаҡ булаһың? – тип кенә өндәшә алды Хәлиҙә.
– Бөгөнгә күрше Мөкәрәмә инәйҙә төн уҙғарырмын да иртәгә ҡуҙғалырмын! Әйттем – бөттө! Кире күндерергә тип хәл-көсөгөҙҙө бушҡа сарыф итмәгеҙ. Һәм... ғәйепләмәгеҙ...
Иртәгәһенә айныҡҡан Ирек бер һүҙһеҙ әсәһенең өгөт-нәсихәтен тыңланы. Хәйер, ишеттеме икән ул? Битарафлығы йөҙөнә сыҡҡайны. Хәләл ефетенең атай йортона ҡайтыуын да бер хис-үкенесһеҙ тыныс ҡабул итте шикелле. Бер-бер хәл сыҡҡанын һиҙеп килеп еткән атаһына һирпелеп бер ҡараны ла ҡарашын ситкә борҙо. Кеше, тормош мәғәнәһен юғалтһа, шулай ҡылана торған. Иректең башына шундай көндәр төшкәйне, ахыры. Әҙәм балаһының күңеленә сир булып эйәләгән иң ҙур афәттәрҙең береһелер тормош мәғәнәһен юғалтыу...
Гөлүзәне ата-әсәһе килеп алғанын тәҙрәнән генә күҙәтеп тороп ҡалдылар. Ҡоҙалар ҙа инеп, күрешеп сыҡманы. Ләм-мим өндәшмәй айырылышыу. Шунан да ауырыраҡ, ғазаплыраҡ хушлашыу булмайҙыр, ахыры.
Килен үҙ яғына ҡайтты. Хәлиҙәләр ҙә улдарын күсереп алды. Яңы йорт буш тороп ҡалды.
Хаталы аҙым яһау өсөн күп кәрәкмәй, ә бына уның арҡылы ҡылынғандарҙы төҙәтеү өсөн хәтһеҙ көс сарыф итергә тура килә. Ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет – баланыҡы. Хәлиҙә менән Зәбир ҙә Иректе ҡайтанан вайымһыҙлыҡтан айныҡ тормошҡа ҡайтарыу өсөн ваҡытын, көсөн, йәнен йәлләмәне. Биш йәшлек баланы тәрбиәләгәндәй, бер аҙым да янынан китмәй ҡаранылар, әпәүләнеләр егерме бишен тултырған улдарын. Атай кеше ихаталағы эштәр менән әүрәтһә, әсәһе уны дауаханаға, төрлө им-томсоға йөрөттө. Тырышыуҙың һөҙөмтәһе күренде лә: эстән бөтөрөнөп көн күргән Иректең күҙенә асыл һирпелерлек нур ҡунды, үҙенә йомолоп, өндәшмәй йөрөй торғас, әңгәмәләргә ихлас ҡушылып китте. Тора-бара мәктәп йылдарында дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән ҡабат осраша башланы. Әлбиттә, әйтелгәндәрҙең барыһы тормошҡа ашыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде. Ләкин ауырлыҡ-күңелһеҙлектәрҙе онотторорлоҡ дауаханалағы: “Улығыҙ инде тамам һауыҡты. Күҙәтелгән симптомдарҙың эҙе лә ҡалманы”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс, Ирек үҙендә тауҙар аҡтарырлыҡ көс ташыуын һиҙҙе. Оҙаҡҡа һуҙмай, Йәнгүзәленә тәҡдим яһаны. Ҡыуанышып бөтә алмаған Зәбир менән Хәлиҙә тағы ла туй мәшәҡәттәрен үҙ елкәләренә алды.
Әммә ҡулын кеҫәһенән сығармай, башын күтәрмәй, күҙҙәрен журнал битенән алмай әйткән табиптың һүҙҙәре раҫҡа сыҡмауы ғына үкенесле. Тағы ла шул уҡ хәлдең ҡабатланыу мөмкинлеге Хәлиҙәнең ете ятып, бер төшөнә лә инмәгәйне. Дөрөҫ, һәр йәш ҡатындың йөрәк аҫтында йәшәү яралғанын тойғоһо, ғазап-һыҙланыу аша әсәй булғыһы, ҡулдарында бәүетеп, бәпес баҡҡыһы килә. Ә быны бүләк итә алмаған ирҙән ул яйлап биҙә, ситһенә. Ирек менән күп йәшәмәй күҙ алдында икенсе ир менән сығып киткән Йәнгүзәлдең хыянатын күтәрә алманы ул. Икенсегә күнергә теләмәне һәм... тәҡдиренә ҡаршы сыҡты.
Ата-әсә өсөн балаһын ер ҡуйынына һалыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр донъяла. Аҙ ғына өлгөрмәй ҡалды шул Хәлиҙә. Эшенән ҡайтып, өйҙә булмаған улын эҙләп килеп, келәт ишеген асып ебәргәндә, арҡанда аҫылынып торған һын бәүелә ине әле...
(Дауамы. Башы 14-се Һанда).