“Тылсымлы сумаҙан” ҡапҡанына эләкмәгеҙ07.03.2015
Һуңғы осорҙа телефонға шылтыратыусылар йышайҙы. “Һеҙҙе спа-процедураға саҡырабыҙ. Зинһар, килегеҙ, консультация ла, башҡа хеҙмәт күрһәтеү ҙә бушлай. Бүтән салондарҙа битегеҙгә массаж һәм маска эшләгән өсөн 1500 һум түләргә тура киләсәк, ә беҙҙә был тик һеҙҙең өсөн генә түләүһеҙ”, – тип тәҡдим итәләр. Ошо фирма тураһында йыш ишетәм, кире фекерҙәр күберәк. Яңыраҡ улар күршемде “төпһөҙ кәмә”гә ултыртты, шуға йылан ояһын барып күрергә булдым.
Баш ҡаланың иң уңайлы ерендә урынлашҡандар. “Өшәле” (исеме үҙгәртеп алынды) офисына килеп инеү менән мөләйем генә ҡыҙ ҡаршы алды. Теркәү үткәндә мотлаҡ паспортты һораны.
– Ул һеҙгә нимәгә, мин бары косметик процедура эшләтергә килдем! Паспортты үҙем менән йөрөтөргә ғәҙәтләнмәгәнмен.
– Улай булғас, процедура үтә алмайһығыҙ инде, – тип ҡыҙыҡай ҡаршыма баҫты.
Ярты юлдан боролоп сығып китә торған ғәҙәтем юҡ, алдап-йолдап күндерҙем үҙем. Үҙҙәрен косметолог тип йөрөткән ҡатындарҙың ҡайһыһының был хеҙмәт күрһәтеүгә сертификаты бар икән? Йәш кенә студент ҡыҙ эргәһенә индем. Шуны билдәләргә кәрәк: бар ерҙә лә бөхтәлек, тәртип һәм һәр яҡлап уңайлыҡтар булдырылған. Был яҡтан бәйләнерлек түгел. Креслоға яттым. Үҙен Камилла тип таныштырған ҡыҙ анкета тултыра башланы.
– Һеҙгә нисә йәш?
– 34.
– Ысынмы? Мин 45 тип уйлағайным.
– Тимәк, яңылышҡанһығыҙ.
– Бит тирегеҙ иртә ҡартайған. Тәмәке тартаһығыҙмы?
– Юҡ.
– Йыш эсәһегеҙҙер?
– Юҡ.
– Тиҙ арала үҙегеҙ менән шөғөлләнә башларға ваҡыт. Юҡһа тиҙҙән танау тирәһендәге ҡан тамырҙарығыҙ шартлап, Ҡыш бабайға оҡшап йөрөй башлаясаҡһығыҙ. Битегеҙҙең бер яғына беҙҙең косметика менән маска яһаясаҡмын, һуңынан сағыштырып ҡарарбыҙ.
Был эшкә әллә ни килешеп етмәгән ҡулдары менән йөҙөмә шарт та шорт крем һыланы ла ун-ун биш минуттан мине көҙгө алдына баҫтырҙы: йәнәһе, айырма күренәме-юҡмы. Дөрөҫөн яуап бирҙем:
– Бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем, шул көйө!
– Нисек инде шул килеш?! Һеҙ косметик кершәндәрҙең ниндәй маркаһын ҡулланаһығыҙ?
Аптырағас, әйттем.
– Беҙҙең фирманың ҡиммәтле кершәндәре менән уларҙыҡын бөтөнләй сағыштырып булмай! Ана бит, күҙ ҡабаҡтарығыҙ күтәрелеп китте, битегеҙ тартылды, тирегеҙ ағарҙы. Биш йылға йәшәргән кеүекһегеҙ.
– Әллә инде, мин һиҙмәйем. Ситтән ҡараһаң, һәйбәтерәк күренәлер...
– Беҙҙең косметиканы алырға теләйһегеҙме?
– Уйларға була. Күпме тора инде тылсымлы косметика?
– Һеҙҙең тирегә яраҡлыһы 50 мең һум тирәһе. Әгәр был хаҡ ҡыйбат тойолһа, уны кредитҡа алырға мөмкин. Бер сумаҙан косметика бер йылға етәсәк.
– Уйлармын.
– Әгәр килешеүҙе бөгөн үк төҙөһәк, 15 процент ташлама ҡаралған. Баш тартһағыҙ, үкенерһегеҙ. Килешеү ҡағыҙы бирәйемме?
– Юҡ, рәхмәт.
– Ныҡ яңылышаһығыҙ. Былай ҙа тиҫтерҙәрегеҙҙән ун йылға өлкәнерәк күренәһегеҙ, әгәр артабан да шулай дауам итһә, бөтөнләй һылыулығығыҙ ҡасыр, – тип оҙатып ҡалдылар мине.
Кемдең генә матур булғыһы килмәһен. Айырыуса утыҙ йәштән һуң үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә күңеле күҙ ситтәрендә барлыҡҡа килгән һырҙарҙы ауыр ҡабул итә шул. Тап ошо тойғоларҙа уйнай ҙа инде “Өшәле” фирмаһы һылыуҙары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡармағына ҡапҡан кешеләр юҡ түгел. Офистан сыҡҡанда ауылдан килгән оло йәштәге апайҙың “тылсымлы сумаҙан” өсөн кредит алып йөрөгәненә шаһит булдым. Эргәһендә ябай ғына кейенгән ире ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, ҡайҙа йәшерергә белмәй аҙаплана ине. Ауыл кешеһе өсөн 50 мең һум арыу ғына аҡса. Иҫкәртәйем тип эргәләренә барырға батырсылыҡ иттем:
– Ағай, нимә эшләйһегеҙ? Ҡасырға кәрәк бынан! Алдайҙар бит.
– Эй, һеңлекәш, әйтеп ҡараным инде, тыңламай бит. Ғүмергә бер тапҡыр зиннәтле кершән һөртөп ҡыуанайым, ти ҙә ҡуя...
“Өшәле” фирмаһының мутлыҡтары тураһында яҙыуға этәргән бер ваҡиғаны ла телгә алғы килә. Кискеһен беҙгә күршем йүгереп керҙе. Ул яңғыҙы ипотекаға фатир алып, ҡыҙ үҫтереп, саҡ осто-осҡа ялғап йәшәй. Уны ла бер ай элек ошо уҡ салонға саҡырғандар. Байрам алдынан бер аҙ булһа ла матурланайым тип, шунда киткән. Әлбиттә, паспортын да үҙе менән алған. Бөгөн иһә эштән ҡайтыуына почта йәшнигендә банктан белдереү ҡағыҙы ятҡан! Йәнәһе лә, 50 мең торған косметика хәҙер уныҡы. Ай һайын 6 мең һум аҡса түләп барырға тейеш. Күршем иртәгәһенә үк прокуратураға китте. Суд ҡарары уның яғында булыр тип ышанғы килә.
Матурлыҡтың серен берәү ҙә асмаған әле. Әммә “Өшәле”лә уның хаҡын билдәләгәндәр: 50 мең һум! Был мутлашыу ҡапҡанына эләгеп ҡуймағыҙ!