Күрмәгәндәрен күрәләр...09.02.2012
Европа туңа – һалҡын һауа ҡорбандарының һаны 200-гә яҡын. Балҡан ярымутрауын көрт баҫҡан, юл булмау сәбәпле, меңәрләгән кеше йорттарында ултырырға мәжбүр.
Италияның данлыҡлы Венеция ҡалаһындағы каналдарҙы һуңғы 80 йылда тәүге тапҡыр боҙ ҡаплаған, Римдағы Колизей – көрт аҫтында. Юлдарҙағы автомобиль тығындарының сиге юҡ.
Босния менән Герцеговинала 30 градус һалҡын, төбәк өсөн был, ғөмүмән, ғәжәп күренеш.


Вернуться назад