Их, сәксәге лә сәксәге!07.03.2015
Тантаналы табындарҙың йәме лә, тәме лә ул сәксәк! Ә уны табын күрке булырлыҡ итеп бешереү һирәк аҫыл заттар өлөшөнә төшкән талант, минеңсә. Нимә тиһәң дә, туй-ҡунаҡ табындары өсөн ҡамыр ашы әҙерләү оҫталары ауыл һайын иҫәпле генә була бит.
Глүзә Гәрәева иһә оҫталығы менән үҙе йәшәгән Октябрьский ҡалаһында ғына түгел, күрше Татарстанда, хатта Мәскәүҙә лә танылды. Глүзә Хәүис ҡыҙы бынан биш йыл элек үҙенең сәксәк бешереү цехын асҡайны. Сауҙа-кулинария өлкәһендә оҫта белгес булараҡ, тәүҙә тирә-яҡ ауылдарҙа йөрөп, иң оҫта ашнаҡсыларҙың тәжрибәһен өйрәнде, цехта эшләүгә билдәле һөнәрмәндәрҙе йәлеп итте. Күп тә үтмәй, шартына килтереп бешерелгән тәмле ризыҡ ҡулланыусыларҙа танылыу тапты.
Уның сәксәге тәме, биҙәлеше, хәләл ризыҡ булыуы менән халыҡты йәлеп итә. Заказдар шул ҡәҙәр күп, уларҙы өлгөртөү өсөн цех оҫталары ал-ял белмәй эшләй. Тауарҙы сауҙа нөктәләренә лә оҙаталар. Ә инде сит илдәргә ҡунаҡҡа барыусылар күстәнәскә башҡорт балы эргәһенә мотлаҡ Глүзәнең сәксәген ҡуя. Шул рәүешле ул үҙе бешергән татлы ризыҡ менән Америка, Германия, Австрия, Болгария, Төркиә, Венгрия һ.б. илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә һыйланы.
Булдыҡлының даны үҙе менән, тиҙәр бит халыҡта. Гүзәл Гәрәеваның оҫталығын ошолай тасуирларға ҡала.