Дауылды еңеп булмай...09.02.2012
Новороссийск халҡын бығаса күрелмәгән ваҡиға – ҡарлы буран тетрәндерҙе.
Көслө ел электр сымдарын өҙөү сәбәпле, Краснодар крайында йәшәүсе 154 мең кеше электр энергияһынан мәхрүм ҡалған, дауылдың төп көсөн Новороссийск ҡалаһы кисергән. Ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар ебәрелгән, ҡалала халыҡҡа тиҙ ярҙам күрһәтеү штабтары ойошторолған. Унда медицина ярҙамы алырға, эҫе аҙыҡ-түлек менән туҡланырға мөмкин. Йылыныу пункттары булдырылған, "тиҙ ярҙам" хеҙмәттәре инвалидтарға, балаларға һәм оло йәштәгеләргә тәүге сиратта хәстәрлек күрһәтә. Киҫкен елдән һуң ҡала урамдарын таҙартырға тура киләсәк: аҡтарылған ҡыйыҡ-кәртәләр, һынған ағастар — аҙым һайын. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн край властары барлыҡ көсөн йүнәлткән: төбәктең оператив хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй, ҡалаға аҙыҡ-түлек запасы ҡайтарылған.


Вернуться назад