Сократ әйткән, тиҙәр (ысын булһа): “Мин үҙемдең бер ни ҙә белмәгәнемде беләм”. Кем әйтһә лә, иллә шәп әйткән! Ә мине ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтем ҡайһы саҡта кеше түгел, эт инеп аҙашырлыҡ ҡарурмандарға юлыҡтыра.
Бына, мәҫәлән, илебеҙҙә “һайлау” тигән оло ғәләмәт ҡайтанан ҡалҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһынаһы иттем бит — теле-радио-интернет һәм медиа (гәзит-журналдар була уныһы) мәғлүмәттәрҙә халыҡ зыу килеп тикшергән “һуллыҡ-уңлыҡ”, йәғни, иң байҙарҙы ла йәнтәслим талаштырған “һулдар” менән “уңдар” кемдәр ул? Үҙемдең барлыҡ энциклопедик белемемде эшкә ектем (ә ул, кәм тигәндә, фәнни коммунизм фәненән “өслө” билдәһендә тамамлана), ул белемде бөгөнгө (ХХI быуат!) заман ҡалыптарына һалдым, һәммә яҡлап ентекләп тикшереп ҡараным, әммә... ни өсөн хәҙерге сәйәси партияларҙың береһе — “һул”, ә икенсеһе — “уң”? Үҙемдең уң ҡулымдың һулынан нисек айырылғанын яҡшы беләм, ә бына һин шуларҙы үлсәм ҡалыбы итеп алған партияларҙы айырып ҡара!
Үҙемде замандан әллә ни артта ҡалмаған кеше тип һанаһам да, дөрөҫөн әйткәндә, аптыратты мине был һорау: ысынлап та, йомортҡа алдан булғанмы, әллә тауыҡмы? Минең уң ҡулым менән һулы бер ҡасан да талашҡаны юҡ, ә былары ни өсөн һуң бер Рәсәйҙе яҡшыраҡ йәшәтер өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәргә әҙер? Ул бахыр илде икәүләшеп тә шәп яһап булмаймы ни? Берәүҙән икәү яҡшы, тигәндәр бит...
Ә шулай ҙа, аптыратҡанынан бигерәк, шомландырғаны шул: үҙҙәре лә кем икәнен һәм ни теләгәнен белмәгән кешеләр өсөн тауыш бирергә йыйынмайбыҙмы? Йәгеҙ, әйтегеҙ әле, улай булғас, ни өсөн партияларҙың береһе — “һул”, ә икенселәре — “уң”? Йәиһә улар үҙҙәре аңлатып ҡараһын. Беҙ бит һеҙгә, Мостай Кәрим әҫәрендәгесә, “Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” тип һорап торған кескәй Әлфиә түгел дәһә, башҡортса әйткәндә, “уңды-һулды айырған” кешеләрбеҙ һымаҡ.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.