Республика Башлығының талабы ҡәтғи — йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда балалар баҡсаларына сират булмаҫҡа тейеш. Ишембай ҡалаһы был йәһәттән мәсьәләне былтыр уҡ хәл итте.2014 йылда Көньяҡ биҫтәлә “Ҡояшлы” балалар баҡсаһы асылды. 220 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Ишембайҙа балалар баҡсаһына сиратты бөтөнләй юҡҡа сығарҙы, тиһәк тә хата булмаҫ.
— Баҡса “Ишембайстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тарафынан яңы технологияларға таянып төҙөлдө. Бина ҙур, өс ҡатлы. Яҡты, йылы бүлмәләр, физкультура залы, аҙыҡ-түлек һәм заманса йыһазландырылған медицина блогы бар. Республика ҡаҙнаһынан модернизациялауға бүленгән 1 миллион 300 мең һум аҡсаға физкультура өсөн йыһаздар, уйынсыҡтар алдыҡ, — ти “кескәйҙәр иле” мөдире Ольга Стручалина.
Кешелектең үҫеше бәхетле бала саҡҡа бәйле икәнлеге һәммәбеҙгә мәғлүм. Ошондай күркәм йорттар булғанда, Ишембай ҡалаһының да киләсәге ышаныслы тип әйтергә була.