Сер түгел, социаль йөкләмәләрҙе иҫәпкә алғанда, сәнәғәт эшмәкәрлеге туранан-тура урындағы йәшәйештең кимәлен билдәләй. Предприятие көслө икән, тимәк, ҡала ла үҫеш юлында. “Витязь” машиналар эшләү компанияһының яҙмышы Ишембай менән бергә үрелгән.1977 йылда сафҡа ингән завод — бөгөн Рәсәйҙә сылбырлы тәгәрмәсле амфибия-транспортер етештергән берҙән-бер предприятие. “Витязь” исемле был машина 30 тоннаға тиклем йөк тейәп, иң насар юлдарҙа, хатта һаҙлыҡта, һыу баҫҡан урындарҙа, ҡышын үтә һалҡын һауа шарттарында ла йөрөй ала. Машиналарҙы айырыуса үҙебеҙҙә – Себерҙә, төньяҡта, Алыҫ Көнсығышта ҡулланалар. Әйткәндәй, заказға ҡарап, машинаға өҫтәмә ҡорамалдар ҙа беркетелә.
Бөгөн сит тарафтарҙан янаған сикләүҙәр йоғонтоһонда илдең бәғзе сәнәғәт берекмәләре ауырлыҡ кисергәндә, “Витязь” заводы, киреһенсә, уңышлы эшләй. Был, әлбиттә, компанияның эске баҙарға иҫәп тотоуынан килә.
Заводтың халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәләр дипломанты, конкурстар еңеүсеһе икәнлеген дә әйтеп үтеү урынлы. Мәҫәлән, уның фән һәм техника өлкәһендә Рәсәйҙең Дәүләт премияһына лайыҡ булыуы, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсында еңеүе, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса “Башҡортостандың иң яҡшы сәнәғәт компанияһы” исемен алыуы күпте һөйләй, тотҡан кимәлен билдәләй.
Үҫештең яңы эш урындары талап итеүе шарт. Был йәһәттән ҡаланың белем усаҡтарында конструкторҙар, станоксылар, слесарҙар быуыны үҫеп сыға, ғөмүмән, йәш кадрҙар урында ҡала. Ә ниңә ҡалмаҫҡа, үҫешер, ғаиләңде етеш йәшәтер өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар бит.