“Ҡара алтын” тапҡан уҙамандар14.03.2015
“Ҡара алтын”  тапҡан уҙамандар Ишембайҙы ҡала итеүҙә ҙур көс һалған, дәһшәтле йылдарҙа “ҡара алтын” данын ете тирен түгеп күтәргән нефтселәребеҙ – ғорурлығыбыҙ ҙа беҙҙең, тарихыбыҙ ҙа.

Ошо төбәктә тыуған һәр кем был исемдәрҙе белергә, күңелендә йөрөтөргә бурыслылыр. БАССР-ҙың атҡаҙан­ған нефтселәре Хәйҙәр Хисмәтуллин, Хажғәли Миң­ле­баев, СССР-ҙың нефть сә­нәғәте отличнигы Рәсүл Ғүмәровтар – нәҡ шундайҙар рәтендә. Эйе, һуғыш йылдарында, унан һуңғы ауыр осорҙа ла (Ишембай тирәләй алты промартель эшләй) транспорт менән тәьмин ителеште үтәп, 13-15 йәштә ат егеп, үҙҙәре лә аттай егелгән түҙемле быуынды оноторға ярамай.
…Һикһәнгә етеп барған ир-уҙамандар йәштәргә биргеһеҙ – дәртләнеп тормош көтөү­ҙә­ре, күңел бөтөнлөгө йөҙҙәре­нә яҙылған.
— Заманында туйғансы нефткә, мазутҡа ҡойондоҡ, шуға яҡшы һаҡланғанбыҙҙыр, — тип шаяртыуҙары ла урынлы, һуң, эштең рәхәтен һайлап бармаған бит үҫмер­ҙәр! Ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, “үтәргә, өлгөрөргә!” тип янып эшләргә тура килә уларға. Шуғалыр ҙа бер-береһен ҙурлап, хеҙмәт осорон ҡәҙер-хөрмәт менән иҫкә ала олпат нефтселәр.
— Идаралыҡтың иғтиба­рын, ярҙамын тойоп йәшәй­беҙ, ветерандарҙы онот­­май­ҙар. Сәләмәтлекте нығытыу өсөн шифаханаға юллама бүләләр. Ҡатмарлы операцияларға аҡсалата яр­ҙам да итәләр. Әммә иң мө­һиме – күрһәтелгән иғтибар, ә осрашып, кинәнгәнсе һөй­ләшеп алыу – үҙе бер ғүмер, — ти Ишембай нефть һәм газ сығарыу идаралы­ғының ветерандар советын етәкләгән Рәсүл Абдрахман улы.
Рәсүл Ғүмәров Смаҡайҙа тыуып үҫкән. 1958 йылда нефть институтын тамам­лағандан һуң, тыуған яғына ҡайтып, нефть һәм газ сығарыу идаралы­ғында оператор булып эш башлай. Нефтсе стажы – 32 йыл, шуның 22 йылында идаралыҡ начальнигы урын­баҫары була.
49 йыл ғүмерен нефть тармағына бағышлаған Хәй­ҙәр Һаҙый улы — район­дың почетлы гражданы, бик күп лайыҡлы наградаларға эйә. Токарь булып заводҡа килгән Көйөргәҙе районы егете цех начальнигы урынбаҫарына тиклем үрләй. Хәйҙәр ағай әле лә ял итеүҙе белмәй, үҙ йортонда күҙ ҡыҙҙырырлыҡ итеп донъя көтә, баҡса үҫтерә.
Ә Хажғәли Ғәбделғәли улы ер аҫтындағы скважиналарҙы ремонтлау мастеры була, аңлап тораһығыҙ, эштең таҙаһы түгел. Тынғыһыҙ эш­мәкәрлеген, коллективының уй-хәстәрен үҙенекеләй күреп йәшәүен баһалап, уны БАССР Юғары Советының 7-се саҡырылыш депутаты итеп тә һайлайҙар.
…Сал сәсле нефтселәр бөгөн тәбиғәт именлегенә, экологик хәүефһеҙлеккә иғти­бар артыуына, хеҙмәт һаҡлау талаптарының көслө булыуына ҡыуана. Донъяларға именлек, йәштәргә хеҙмәт уңыштары теләп йәшәй улар. Әлдә һеҙ бар әле, ағайҙар!..




Вернуться назад