Ҡомһоҙлоҡ бәләһе09.02.2012
Ставрополь ҡалаһы мэры айырыуса ҙур күләмдә – 50 миллион һум – ришүәтселектә ғәйепләнеп, шик аҫтына алынған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Тәфтиш органдарының мәғлүмәттәре буйынса, Игорь Бестужий бер эшҡыуарға Ставрополь эргәһендә 5 гектар ерҙе ҡуртымға бирергә вәғәҙә иткән, бының өсөн 50 миллион һум аҡса һораған.
Игорь Бестужий быға тиклем крайҙың милек мөнәсәбәттәре министры булған, 2011 йылдың май айында мэр итеп һайланған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡала башлығының башҡа енәйәттәргә мөнәсәбәте булыу-булмауын да асыҡлаясаҡ.