Өфөлә йәшәгем килә14.03.2015
Өфөлә йәшәгем килә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре республика тураһындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашыуымды һорап мөрәжәғәт иткәс, шатланып риза булдым, сөнки Өфө, башҡорт халҡы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә ризамын.

Мин Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингәй­нем, үкенескә ҡаршы, та­мам­ларға яҙманы. Мумбай ҡала­һында әсә­йе­мә яңғыҙ донъя көтөүе ауыр­лашҡас, Һин­достанға кире ҡайтырға мәж­бүр булдым. Әммә Башҡорт­ос­тан менән танышыуыма, ғүмеремдең бер өлөшөн ошо иҫ китмәле гүзәл төбәктә үткәреүемә һис тә үкенмәйем. Бик күп дуҫтар таптым, улар менән әле лә социаль селтәрҙәр аша аралашып торам. Үҙем мосолман булғас, башҡорт һәм татарҙарҙы айырыуса яҡын күрәм. Әйткәндәй, һеҙҙәге байтаҡ ҡына кеше йөҙ һыҙаттары менән беҙҙең Һиндостандың көнсығыш өлөшөн­дәге халыҡҡа тартым.
Башҡорт милли ризыҡтары ифрат тәм­ле, миңә айырыуса итле-туҡмаслы һурпа, ҡамыр аҙыҡтары оҡшаны. Борщты ла тәмле бешерәләр.
Тик шуныһы: ҡайһы берәүҙәргә теүәллек сифаты етеңкерәмәй. Быны дуҫтарса кәңәш итеп кенә әйтәм. Йылмайыуға ла йылмайыу менән яуап бирһендәр ине. Ҡала­ғыҙ­ҙың һәр урамынан ихласлыҡ бөркөлә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торалар, күҙҙә­ре­геҙҙә – яғымлылыҡ, йөҙҙә­регеҙҙә игелеклелек сағыла.
Хәтеремдә, “Өфө” халыҡ-ара аэропортына килеп төшкәс, үҙемде икенсе бер донъяға эләккәндәй хис иткәйнем. Тәү сиратта мине көләс йөҙҙәр ҡанатландырҙы, ҡаланың матурлығы, йәшеллеккә бай булыуы һоҡландырҙы. Аҙаҡтан Өфөнөң йылдам үҫеүе, иҡтисади йәһәттән тотороҡлана барыуы ғәжәпләндерҙе. Тауҙарығыҙға, йылға-күлдәрегеҙгә, ғөмүмән, мөғжизәле тәбиғәтегеҙгә ғашиҡ булдым. Һеҙҙең тө­бәктә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн киң мөмкинлектәр бар, файҙалана ғына белергә кәрәк.
Киләсәктә мин дә Өфөлә бизнес менән шөғөлләнергә теләр инем. Ғөмүмән, Баш­ҡортостанда ғүмер буйы йәшәргә ризамын. Ниәттәрем барып сығырмы-юҡмы, әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, сөнки барыһы ла финанс мәсьәләһенә бәйле. Нисек кенә булмаһын, мин Өфө ҡалаһын халыҡ-ара иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәрҙең береһенә әйләндереүгә үҙ өлөшөмдө индергем килә. Һеҙҙең республиканың баш ҡалаһында Һиндостан мәҙәни үҙәген асырға теләр инем. Милләтемдең йыр-бейеүҙәре, әҙә­биәте менән башҡорттарҙы яҡындан таныш­тырып, милли аш-һыуыбыҙҙан, тәм-то­мо­боҙҙан ауыҙ иттергем килә.
Башҡортостан халҡына ниндәй теләк­тәрем бармы? Саммиттың Өфөлә уҙыуына ифрат шатмын. Юғары кимәлдәге осра­шыуҙар республикағыҙҙы халыҡ-ара ки­мәлгә сығарыу өсөн яңы офоҡтар асһын, һоҡланғыс төбәгегеҙ артабан да шаулап-гөрләп сәскә атһын, инвестициялар йәлеп итеүгә яңынан-яңы уңайлы шарттар бул­дырылһын.


Вернуться назад