Бала саҡтың яҡты хыялына тоғролоҡ14.03.2015
Бала саҡтың  яҡты хыялына  тоғролоҡ
Еңеү көнө мәңге онотолмаҫ,
Алыҫлашһалар ҙа аралар.
Үкенесле, һуғыш яугирҙәре
Арабыҙҙа кәмей баралар.

Хәсән Барлыбай улы Мәжитовты замандаштары, айырыуса уҡытыусылар, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре оҫта ойоштороу­сы, һәләтле етәксе, танылған педагог итеп хәтерләй. “Бөйөк илемдең яҡты яҙмышына үҙ өлөшөмдө индерә алғаныма һөйөнәм. Ватанды фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашыуым менән айырыуса ғорурланам”, — ти ветеран.

Хәсән Барлыбай улы 1923 йылда Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында донъяға килә. Бала саҡтан педагог булыу хыялы менән яна ул. Педагогик хеҙмәт юлын 18 йәшендә башлап ебәрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеткә ең һыҙғанып эшләргә тура килмәй – уны 1943 йылда һуғышҡа алалар. Башта Воронеж фронтында курсант, артабан взвод командиры ярҙамсыһы була. Бәрелештәрҙең береһендә ҡа­ты яраланып, госпиталдә дауа­ла­нырға ла тура килә уға. Һауыҡҡас, тағы һуғыш яланына атлыға, взвод командиры дәрәжәһенә күтәрелә. 1944 йылдың октябрендә уҡсылар дивизияһы бүлексәһенең штаб начальнигы ярҙамсыһы итеп үрләтелә.
Хәсән Мәжитов Еңеү­ҙән һуң хәрби училищеға уҡырға ебәрелә. Ләкин, илдә уҡытыусыларға ҙур мохтажлыҡ кисерелгән ваҡыт булғанлыҡтан, 1946 йылда Сәйетҡол ауы­лына юллана. “Тыуған яҡҡа имен ҡайтырға насип ҡылынһа, тәү сиратта етем балаларға, әсәйҙәргә ярҙам итер, тормоштарын ҡулымдан килгәнсә еңе­ләйтергә тырышыр инем” тигән өмөт-хыялы бойомға аша: яугир балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Хәсән Барлыбай улы­ның педагогик һәләте, ойоштороу оҫ­талығы тап ошо тәрбиә усағында асыла. Һәр баланың яҙмышын үҙе­некеләй күрә, коллективтан да етем­дәрҙе яҡшы мөғә­мә­ләнән, кәңәштән айырмауҙы, улар­ға ҡарата мәрхә­мәтле, ярҙамсыл булыуҙы талап итә. Тәрбиә­ләнеү­селәр йылы мөнәсә­бәткә ихлас яуап бирә, тиңдәштәренә һәр яҡлап өлгө күрһәтергә ынтыла.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, Хәсән Мәжитов балалар йортона музыка ҡоралдары һатып алыуға өлгәшә, түңәрәктәрҙең эшен йәнләндереп ебәрә. Был, әл­бит­тә, тәрбиәләнеүселәрҙе һәр яҡ­лап үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Өҫтәүенә балалар йортоноң хужа­лыҡ эштәрен алып барыу өсөн тиҫ­тәләгән ат, үгеҙ тоталар. Әйткәндәй, ошо йылдарҙа Хәсән Барлыбай улы Сәйетҡол ете йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһын да башҡара.
Әммә һәләтле етәксегә мәға­риф­ҡа ҡағылышлы уй-хыялдарын, маҡ­саттарын тулыһынса тормошҡа ашы­рырға тура килмәй – уға колхоз рәйесе булырға тәҡдим яһайҙар. Партия ҡушҡанды үтәмәү мөмкин түгел: Мәжитов яңы эшкә тотона. Бында ла һынатмай ул, һөҙөмтәлә колхоз алға китә, иҡтисади йәһәттән көсәйә. Шулай ҙа, нисек кенә бул­маһын, белем биреү тармағын, балалар тауышын, мәктәп тормошон һа­ғы­на һәләтле педагог. Район етәк­селәре лә быны һиҙемләгәндер, кү­рәһең: 1965 йылда Хәсән Барлыбай улына мәғариф идаралығына етәк­селек итеү бурысын йөкмәтәләр. Хеҙмәткә яңы дәрт менән тотона Мәжитов. Мәктәп биналары төҙөү, белем биреү тармағын юғары белемле педагогтар менән тәьмин итеү, уҡытыу-тәрбиәне заман талаптарына ярашлы ойоштороу, яңы ҡорамалдар алыу кеүек эштәрҙе ихлас башҡара. Төбәктең мәғариф министрҙары – легендар Фатима Мос­тафина һәм уны алмаштырған һуғыш ветераны Сабир Йыһаншин – Хәсән Барлыбай улының хеҙмәтенә юғары баһа бирә, өлгөр етәксене башҡаларға өлгө итеп ҡуя.
1972 – 1976 йылдарҙа Хәсән Мәжитов Мораҡтағы 1-се мәктәп директоры булып эшләй. Был осорҙа уҡытыуҙы кабинет системаһына кү­се­реү эше бара ине. Алдынғы ҡарашлы педагог, оҫта ойоштороусы мәсьәләне тиҙ арала уңышлы хәл итә. 1976 йылда ул йәнә район мәғариф идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Яуаплы бурысты тиҫтә йылға яҡын, хаҡлы ялға киткәнсе, намыҫ менән үтәй. Был осорҙа күп уҡыу биналары төҙөлә, тармаҡ юға­ры белемле кадрҙар менән тулыландырыла, матди хәл нығына. Яңы уҡыу йылына әҙерлек йәһәтенән яуланған уңыштары өсөн Күгәрсен районы СССР Халыҡ мәғарифы министрлығының һәм Үҙәк профсо­юз комитетының күсмә Ҡыҙыл бай­рағы менән бүләкләнә. Хәтер­ләүемсә, был ҡаҙаныш төбәктең генә түгел, ә тотош республиканың белем биреү тармағында ҙур ваҡиға булды.
Хәсән Мәжитовтың фиҙакәр хеҙ­мәте юғары баһа алды: уға БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы тигән почетлы исемдәр бирелде. 1968 йылда Хәсән Барлыбай улы төбәктең делегацияһы составында СССР уҡытыусыларының съезында ҡатнашты. Педагогтың күкрәген бик күп орден һәм миҙалдар биҙәй.
Хәсән Барлыбай улының үҙен­сәлекле сифаты булды: ул мәға­рифтың киләсәген тойомлап эшләне. “Вазифамды ғүмерлек тип һана­ма­йым, иртәме-һуңмы китергә тура ки­лер. Урыныма лайыҡлы алмаш әҙер­ләйем”, – ти торғайны. Һүҙен тотто: балалар йортонда тәрбиә­лән­гән һәм шунда эшләгән, партия мәктәбен үткән тәжрибәле Сулпан Ғайсин остазына лайыҡлы алмаш булды.
Хәсән Барлыбай улы – бәхетле кеше. Эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңды ул – янында һәр саҡ иң яҡын кәңәшсеһе, һөйөклө ҡатыны Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы. Дәүләкән яғынан Сәйетҡолға уҡытыусы итеп ебәрел­гән һылыу ҡыҙ менән ҡауы­шыу­ҙарына 60 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Ете бала тәрбиәләп үҫтер­гән Мәжитовтарҙың бер-береһенә ҡарата ихлас, ихтирамлы мөнәсә­бәтенә әле лә һоҡланып туйғыһыҙ.
Хәсән Барлыбай улына – 91 йәш. Һөйләшеп ултырғанда бер ваҡытта ла Бөйөк Ватан һуғышы темаһын урап уҙмай. “Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршы алырға насип булһын инде”, – тигән теләген дә әйтеп ҡуя.
Тыуған ерендә абруйы ифрат ҙур уның. Күгәрсен районының почетлы гражданы, һуғыш һәм педагогия хеҙ­мәте ветераны әле лә сафта, уҡытыусылар, балалар менән осрашып, бай тәжрибәһен йомарт өләшә. Ил, Башҡортостан тормошондағы яңылыҡтар хаҡында даими уҡып бара. Был йәһәттән уға тоғро дуҫы “Башҡортостан” – ҙур ярҙамсы. “Рес­публикабыҙҙың төп милли баҫмаһын уҡымайынса йәшәүҙең мәғәнәһен тап­­майым”, – ти Хәсән Барлыбай улы.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад