Ауыл ризыҡтары менән һыйлайҙар14.03.2015
Ауыл ризыҡтары менән һыйлайҙар — Үҙем Өфөлә тыуып үҫтем. Әсәйем дә, өләсәйем дә ошонан. Ирем – Мораҡтыҡы. Өйләнешкәс, ул яҡҡа йыш ҡайтып йөрөнөк. Шунда “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһының фирма магазиндарынан тәмле ризыҡтар һатып алып килә инек, — ти Альбина Абдуллина.

Ысынлап та, экологик яҡтан таҙа һөт һәм ит аҙыҡтарын ғаиләлә бөтәһе лә яратып ашай. Бигерәк тә бәләкәс малайҙары Таһирға килешә ауыл ризығы. Ләкин ҡайтҡанда ғына алып килгән һөт, ҡаймаҡ, ярымфабрикаттар оҙаҡҡа етмәй, тиҙ генә ашалып бөтә. Шуға Альбина, ире Рафаэль менән кәңәшләшкәндән һуң, Өфөлә “Тәүәкән”дәрҙең сауҙа нөктәһен асырға ҡарар итә. Хәҙер ауыл ризығы өсөн ҡайтып йөрөйһө түгел, үҙҙәре килтереп бирә.
— Әле “Сауҙагәр” баҙарында (С. Перовская, 52) бер нөктәбеҙ һәм Менделеев урамында “Тәүәкән” исемле магазиныбыҙ бар. Өсөнсөһөн Сипайлово биҫтәһендә асырбыҙ тип торабыҙ. Райондан килтерелгән ризыҡты баш ҡала халҡы бик оҡшатып ала, көтөп кенә торалар, — ти Альбина.
Ысынлап та, мин магазинға килгәндә, машинанан һөт ризыҡтарын бушатып торалар ине. Күрше-тирәлә йәшәгән кешеләр, белеп, магазинға килеп тә тулды. Һөт, кефир, эремсек, ҡорот, май, ҡаймаҡ кеүек ризыҡтарҙы һыпырып алып бөттөләр тиерлек. Бынан тыш, әллә нисә төрлө бәлеш, икмәк, бауырһаҡ, сәксәк, төрлө эслектәр менән ваҡ бәлештәр ҙә тәҡдим итә Өфө халҡына Абдуллиндар.
Ҡапыл ҡунаҡ килеп төшһә, аптырап ҡалырға түгел, бында билмәндең һигеҙ төрө бар. Ә тәмдәре телеңде йоторлоҡ, ысын ауыл итенән, бер ниндәй ҡушымталар өҫтәлмәгән ризыҡты табынға ҡуйырға ла оят түгел. Азу өсөн әҙерләнгән ҡырҡылған иттәр ҙә, голубцы, манты, тефтель, фрикаделька, тел, фарш һәм башҡалар Өфө баҙарҙарында һатылғандарҙан тәме менән айырылып тора.
— Ризыҡтары оҡшай, шуға көн дә киләбеҙ, — ти һатып алыусыларҙың береһе Азалия Зарипова.
Ашыҡҡанда, һалма ҡырҡырға ваҡыт булмағанда ла ҡотҡара “Тәүәкән” магазины. Ҡыҫҡаһы, бер урындан сыҡмай ғына бөтә кәрәкле нәмәне алырға мөмкин. Туҡмас, бишбармаҡ та тәҡдим итә улар.
— Яҙға ҡарай — ҡымыҙ, ә йәйен экологик бал алып килергә уйлайбыҙ, — тип алдағы пландары менән дә уртаҡлашты Альбина.
Быға тиклем төрлө ерҙә бухгалтер, иҡтисадсы булып эшләгән ханым икенсе сабыйҙары тыуғас, артабан дәүләт ойошмаларында эшләмәҫкә ҡарар итә, сөнки ике йәшлек кенә ҡыҙына тейешле иғтибар ҙа, ваҡыт та бүлә алмай. Йорт йыһазы эшләү буйынса махсуслашҡан ире менән үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарарға уйлайҙар.
Ә “Тәүәкән” нимәне аңлата ул, тип ҡыҙыҡһынған һатып алыусыларға Альбина Башҡортостандың көньяғындағы ауыл исеме икәнен әйтеп, шул исемдәге предприятиеның инде ун йылдан ашыу уңышлы эшләп килеүен, уларҙың ризыҡтарын Күмертау, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында яҡшы белеүҙәрен, инде өфөләрҙең дә файҙалы аҙыҡтан ауыҙ итә алыуҙарын һөйләп бирә.
Шулай тәүәкәндәр беҙҙе ауыл ризыҡтары менән һыйлай. Башҡаларҙы белмәйем, әммә беҙ, ауыл ерендә туғандары булмаған кешеләр, рәхәтләндек. Шул ризыҡтарҙы етештергән “Тәүәкән” предприятиеһына ла, уларҙы баш ҡала халҡына тәҡдим иткән Альбина менән Рафаэль Абдуллиндарға ла рәхмәт.





Вернуться назад