Урман шаулап үҫер14.03.2015
Урман шаулап үҫер “Урман – халыҡтың йәшел ҡалҡаны” тигән әйтем бар. Ысынлап та, кешелеккә унан килгән файҙаны һанап бөтөрлөк түгел. Өй һалам, йортто йылытам тиһәң дә унһыҙ булмай. Асҡын урмансылығы етәксеһе Марсель Ғабдрахманов тормошон ошо йәшел байлыҡты һаҡлауға арнаған.


Был хужалыҡҡа бөгөн Асҡын, Балтас төбәгенең урмандары ҡарай. Тимәк, ағас алыу өсөн ике район халҡы ошонда килә. Былтыр ғына ул мохтаждарға 88,5 мең кубометр күләмендә бүлен­гән. Теүәл һан менән әйткәндә, 2287 кеше шуның иҫәбенә йорт һалып сыҡҡан йә шәхси ҡарал­тыһын төҙәткән.
– Хәҙер кеше ағас урлай һалып бармай, сөнки закон ҡаты, – ти ур­мансылыҡ етәксеһе Марсель Фан­сул улы. – Үҙем ошо өлкәлә 1985 йылдан бирле эшләгәс, сағыш­ты­рып әйтә алам. Элекке заманда бындай хәлдәр йыш бул­ды. Бөгөн иһә ундай осраҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн даими рейдтар үткә­рәбеҙ, ошо йәһәттән полиция, прокурату­ра хеҙмәткәрҙәренең яр­ҙа­мы ҙур.
Былтыр бында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙың 28 осрағы теркәлгән. Билдәле, был аҙымға барған ке­ше­нең башынан һыйпап ҡуймай­ҙар. Уларҙың һәр береһе яуап­лы­лыҡҡа тарттырылған, тәбиғәткә күрһәткән зыянды ҡаплау бурысы ла йөкмәтелгән.
– Ә шулай ҙа халыҡтың тәби­ғәткә ҡарашы үҙгәрҙе – тип һүҙен дауам итә Марсель Ғаб­драх­манов. – Һуңғы ике йылда төбәктә янғын осрағы теркәлмәне. Әл­бит­тә, бының өсөн байтаҡ сара кү­релде. Район хакимиәте баш­лығы ҡушыуы буйынса һәр ауыл Советы биләмәһендә штаб булдырылды. Уйлап ҡараһаң, ойош­ҡан хеҙмәт арҡаһында күпме урманды уттан һаҡлап алып ҡалдыҡ.
Бөгөн күптәрҙе урмандың килә­сәге борсой. Уның күпләп ҡыр­ҡы­лыуына зарланып, бер нисә йыл­дан бөтөнләй урманһыҙ тороп ҡаласаҡбыҙ тип фаразлайҙар. Тәжрибәле етәксе Марсель Ғаб­драхмановтың артабанғы һүҙҙәре ошо шом-шөбһәне бөтөргәндәй булды.
– Киҫелгән ағас урынына яңы­һын ултыртыу дәүләт тарафынан күҙәтелә, – тине ул. – Мәҫәлән, былтыр ғына 349 гектар ерҙә йәш үҫентеләр хасил булды. Бынан тыш, дүрт питомнигыбыҙ бар. Унда ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы, ҡайын үҫтерелеп, аҙаҡ буш май­ҙандарға ултыртыла. Бындай хәстәрлек булғанда, урман бөтмәйәсәк.







Вернуться назад