Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡ14.03.2015
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡ Күптән түгел Халыҡты социаль яҡлау министрлығының йүнәлтмәһе буйынса республиканың төрлө райондарынан йөҙләгән пенсионер, инвалид Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһында сәләмәтлеген нығытты. Бер төркөм ял итеүселәр шифахана етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, редакцияға хат яҙған. Беҙ шифахана эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырырға булдыҡ.

– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙла­уынан, геморройҙан, енси ауырыуҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәт­кестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “ANATOMOTOR” тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, — тине етәксе Альберт Шәмсетдинов. — Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай. Мәҫәлән, һуҡма тулҡынлы терапия ҡорамалы — республикала берҙән-бер. Ул быуындар шешеүенән, үксә һөйәге ауырыуҙарынан арындыра.
Шифаханабыҙҙағы “Гальванованна” ҡо­ролмаһы ла Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйлә­нешен яйға һала, контузия алған кеше­ләр­ҙең хәлен яҡшырта. “Магнитотурботрон” аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнитлы тулҡындар организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын юлы һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән арындыра, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия — һауығыуға өмөт өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн — ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамырҙары ауырыуҙа­рынан, балалар экземаһынан, псориаздан килешә. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энәһен лазер нурына алмаштырған. Теш­тәрҙе лазер ярҙамында дауалау ғәҙәт­тә­генән күпкә айырыла. Берҙән, ауырт­тырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар өсөн лазер — теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Белгестәр теште ағар­тыу, таштарын алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәт­ләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙа озонды бик уңышлы файҙа­ланалар. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла ошо юл менән ҡан әйләнешен яҡшыртыу, тамырҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарына ҡаршы көрәшәләр.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итергә теләгәндәр артҡандан-арта: республи­ка­ның ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. “Хеҙмәт­кәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып торалар”, — тип һоҡлана ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған.
Шифахананы ҡарағай урманы уратып алған. Ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алмашынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙо баш ҡаланың сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиңләрлек.









Вернуться назад