Хәүефһеҙлек хаҡында онотабыҙ09.02.2012
Тышта һалҡын, кешеләр йылыныу өсөн төрлө әмәл эҙләй, әммә был теләк ҡайһы саҡта фажиғә менән тамамлана...
Ял һәм аҙнаның тәүге көндәрендә республикала ике тиҫтәнән ашыу янғын осрағы теркәлгән, һигеҙ кеше һәләк булған.
Өфө районының Жуков ауылында оло йәштәге кешеләр ҡыҙына мунса инергә килгән. Улар оҙаҡлағас, кейәүҙәре хәл белергә сыға. Ут ялмаған мунсаны күреп, ул ярҙамға ташланған, әммә ололарҙы ла ҡотҡара алмаған, үҙе лә төтөнгә сәсәгән. Белгестәр фекеренсә, мунсала электр ҡоролмалары дөрөҫ монтажланмаған булған. Көйөргәҙе районында мейестән сыҡҡан янғында ирле-ҡатынлы ике кеше янып үлгән. Белорет, Ҡыйғы, Миәкә, Яңауыл райондарындағы янғындарҙың сәбәбе лә — йылытыу ҡоролмаларын дөрөҫ ҡулланмауҙа.