Тәҡдимдәр иҫәпкә алына14.03.2015
Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Уның төп маҡсаты — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ҡануниәт мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр индереү.

Кәңәшмәлә Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев үҙенең докладында Күмертауҙың моно-ҡала булыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләне. Белеүебеҙсә, Башҡортостанда Бәләбәй менән Күмертау беренсе категориялы үтә ауыр социаль-иҡтисади тороштағы тораҡтар исемлегенә индерелде. Рәсәй Хөкүмәтенең күрһәтмәһенә ярашлы, был ҡалалар федераль ҡаҙнанан финанс ярҙамына өмөт итә ала.
– Ҡала уңайлы географик урыны, юғары квалификациялы белгестәре, үҫешкән инфраструктураһы, тәбиғәт ресурстары менән инвесторҙарҙы үҙенә йәлеп итә. Әле социаль торлаҡ, түбәһе ябылған боҙ һарайы, ике тороҡло туннель, Маяҡ ауылында балалар баҡсаһы, сауҙа-күңел асыу комплексы кеүек ҙур проекттар өҫтөндә эш алып барыла. Беҙгә монопрофиллектән сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Бының өсөн яңы проекттар өҫтөндә эшләү, хеҙмәт урындары булдырыу зарур, — тине Борис Беляев.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллиндың сығышынан һуң ҡала эшҡыуарҙары һалым һәм төрлө субсидиялар тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, тәҡдим­дәр индерҙе. “Башҡорт аҙыҡ-түлек комбинаты” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте директоры Владимир Белик бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса процент ставкаларын ноль процентҡа төшөрөүгә йүнәлеш тотҡан концепцияһын бәйән итте. Ул билдәләүенсә, һөҙөмтәлә эш урындары ғына булдырылып ҡалмаясаҡ, һалым түләүҙән ҡала бюджеты ла күпкә тулыланасаҡ.
Эшҡыуарҙарҙы шулай уҡ төҙөлөш өсөн ер биләмәләре һатып алыу һәм киңәйтеү мәсьәләләре лә ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡорт­остан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Азамат Хәсәнов һорауҙарға тулы яуап ҡайтарҙы. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Марат Ҡасимов туризмға ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт бирҙе. Кәңәшмәлә яңғыраған тәҡдимдәр законға төҙәтмәләр индергәндә күҙ уңында тотоласаҡ.







Вернуться назад