Ашамаҫҡамы, ауырымаҫҡамы?..14.03.2015
Республикабыҙҙа йыл башынан алып аҙыҡ-түлек 7,8 процентҡа ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итте “Росстат”тың төбәк органы.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортос­танда был үҫеш темпы, тотош Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең күпселеге менән сағыштырғанда, ярайһы уҡ һүлпән. Мәҫәлән, Пенза өлкәһендә аҙыҡ-түлеккә хаҡ – 7,5, Ульяновскиҙа 10,6 процентҡа артҡан.
Февралдә республикабыҙҙа тары, манный ярмаһы, дөгө, бор­саҡ – 6,1 – 12,1, сыр һәм май – 2,6 – 4,9, икмәк-ҡалас, бойҙай оно – 2,5 – 3,6, сәй – 9,9, балыҡтың айырым төрҙәре – 1,5 – 14,6, һөт ризыҡтары – 1,9 – 9,3, ит 0,7 – 7 процентҡа ҡыйбатланған. Емеш-еләк, йәшелсәгә хаҡ артыуын дауам иткән. Февралдә картуф – 4,8, кәбеҫтә, сө­гөл­дөр һәм башлы һуған – 3,8 – 13,1, лимон, виног­рад һәм банан 11,4 – 33,8 процентҡа ҡим­мәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта ҡыяр, помидор – 11,1 – 22, сус­ҡа, тауыҡ ите, тоҙ – 0,8 – 1,2, араҡы 2,1 про­центҡа арза­найған.
Февраль айында дарыу һа­тып алыу кеҫәгә һуҡҡан. Күҙә­телгән 45 медицина препа­ра­тының 16-һының хаҡы 5,1 – 10,7 про­цент­ҡа, 26-һыныҡы – 5, өсәү­һенеке 1 про­центҡа күтәрелгән. Электр при­борҙарының айырым төр­ҙәре, мебель, парфюмерия-косметика тауары, йыуыу, та­ҙар­тыу саралары, кейем-һалым, аяҡ кейеме, трикотаж әйберҙәр ҡиммәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта ҡышҡы кейем-һалымға, аяҡ кейеменә хаҡ төшкән.




Вернуться назад