Эшләһәң, эш ҡарышмай14.03.2015
Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы “Иң яҡшы тауарҙар һәм хеҙмәттәр — ГЕММА-2014” халыҡ-ара конкурсында еңеүгә өлгәште. Шуларҙың өсәүһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡарай. Улар — “Дуҫлыҡ” балалар шифаханаһы, “Медсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Сәләмәтлек шишмәһе” шифахана-профилакторийы.
Шулай уҡ Благовещен тимер-бетон заводы, “Дионис” компанияһы, “Волкодав” һаҡ агентлығы ла тауарҙарының юғары сифатын, яҡшы хеҙмәтләндереү кимәлен раҫланы. Республикабыҙҙан еңеүселәр араһында ике шәхси эшҡыуарҙың булыуы айырыуса ҡыуаныслы хәл. Улар полиэтилендан әйбер етештереү һәм тышҡы реклама менән шөғөлләнә.
2013 йылда Башҡортостандан алты еңеүсе ине. Уларҙы, нигеҙҙә, ауыл хужалығы һәм еңел сәнәғәт вәкилдәре тәшкил иткән. “Салауатбыяла”, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, “Башҡортостан умарталыҡтары”, Ишембай трикотаж фабрикаһы, “Һинең Альбион” инглиз теле клубы төрлө йылдарҙа бәйгенең еңеүсеһе һәм лауреаты булған.