Күргәҙмәгә килегеҙ!14.03.2015
17 – 20 мартта “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында халыҡ-ара махсуслашҡан “Агрокомплекс-2015” күргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ.

25-се тапҡыр үткәрелгән сарала Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә 250 компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Ковален­ко белдереүенсә, сара Башҡортостан етеш­тереүселәренең мөмкинлеген күрһәтеүгә, алдынғы технологиялар менән танышырға, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек тыу­ҙырасаҡ.
Күргәҙмә барышында яңы эш башлаған фер­мерҙарға, ғаилә фермалары баш­лыҡ­тарына дәүләт ярҙамы, импортты ал­маш­тырыу шарттарында үҙебеҙҙең аҙыҡ­ты етештереү буйынса белгестәр фәһемле кәңәш бирәсәк.




Вернуться назад