Кәңәшле йыйын тарҡалмаҫ14.03.2015
Баш ҡалабыҙҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы ҡабул ителәсәк.

ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев белдереүенсә, был документ ха­лыҡ-ара ойошманың донъя сәйәсәтендә әүҙе­мерәк ҡатнашыуына булышлыҡ итер тип кү­ҙаллана.
– Стратегия — проект булараҡ ярты йыл самаһы тикшерелгән документ. Уны әҙерләү башланғысын Рәсәй тәҡдим итте. Өфөгә дәүләт башлыҡ­та­рын йыйған саммитта документ ун йылға ҡабул ите­лә­сәк, – тине ул Хан­ты-Мансиҙа үткән матбу­ғат конферен­цияһында. – Стра­тегия билдәле бер кимәлдә ШОС-тың халыҡ-ара сәйәсәт мәсьәләләрендә төплөрәк ҡатнашыуын күҙ уңында тота.
А. ХӘЛИЛОВ.




Вернуться назад