70 йыллыҡҡа – 70 юл шиғыр!14.03.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите тағы бер ижади бәйге ойоштора. Һәр кем, башланған шиғырҙы дауам итеп, бер юл яҙырға тейеш.


Етмеш юллыҡ шиғыр – күмәкләшеп ижад ителгән әҫәр – баҫмабыҙҙың 9 Май һанында донъя күрәсәк. Әүҙемерәк бу­лығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Бәйләнештә” социаль сел­тәрендә асылған махсус төркөмдө https://vk.com/club89361804 адресы буйынса табырға була. Тәүге юлдар әлегә ошолай:

Ҡырҡ беренсе йылдың ҡанлы таңы: (Салауат Әбүзәров)
Иҙрәп йоҡлай ине балалар, (Лариса Абдуллина)
Күк күкрәне ҡапыл... Тик болот юҡ... (Гүзәл Ситдиҡова)
Тертләп ҡуйҙы ауыл-ҡалалар. (Гүзәл Ситдиҡова)

Мәкер дошман ғына таңды көттө. (Минсрур Байбулова)
Йылға булыр микән күҙ йәше? (Айгиз Баймөхәмәтов)
Сикте боҙҙо немец фашистары, (Фәрүәз Сәйфуллин)
Ил башлығы илгә өндәште. (Гүзәл Фазылова)

Селпәрәмә килде йәшлек яҙы, (Гөлдәриә Йосопова)
Ҡайғыларға батты шатлыҡтар. (Фәүзиә Ҡотлогилдина)
Ихлас көлөү ҡапыл туҡтап ҡалды (Сәриә Йылҡыбаева)
Яуыз фашист баҫып алғас та...(Рәсимә Ишемова)

МӨХӘРРИРИӘТ.








Вернуться назад