Әүҙемлек күрһәтәйек!09.02.2012
Өфөнөң Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды "Парамарафон" мәрхәмәтлек проектының икенсе этабын башланы. Йыйылған аҡса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсуслаштырылған спорт ҡаласығы төҙөүгә тотоноласаҡ.
Тәүге этапта ҡала буйлап йөрөгән махсус троллейбуста, урамда кешеләрҙән тимер аҡса йыйғайнылар. Һөҙөмтәлә 128 мең һумдан ашыу аҡса тупланған. Фонд ҡала ойошмаларын, предприятиеларын акцияның икенсе этабында ҡатнашырға саҡыра һәм 15, 16, 17 февралдә Комсомол урамы, 35-се йорт адресы буйынса тимер аҡса йыйыу хаҡында белдерә.
Инвалид балалар өсөн махсус майҙансыҡтың хаҡы – 1 230 000 һум самаһы. Уны 1 июнгә асыу күҙаллана.