Гүзәллек тә, зиһен дә йәлләмәй бирелгән06.03.2015
Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара. Хәҙер урамда оҙон итәктә, яулыҡ ябынып йөрөгән ҡатын-ҡыҙға йыш ҡына тап булыу күңелгә май булып ята. Был, әлбиттә, Исламдың үҫешенә бәйле.

Әммә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың урамда ғына түгел, өйҙә лә матур итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүе хәйерле һанала. Гүзәл зат ошолай йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғти­барлы булырға тейеш. Бының өсөн Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға матурлыҡты ла, зиһенде лә, күңел йомшаҡлығын да йәлләмәй биргән. Ошо сифаттарын аҡыллы, дөрөҫ ҡуллана белгән гүзәл заттың йорт усағы дөрләп янып торор, ире ситкә күҙ һалмаҫ. Ғөмүмән, мосолман ҡатын-ҡыҙы үҙенең икенсе яртыһы өсөн туҡтай алмайынса уҡылған китап кеүек ҡыҙыҡлы, серле булырға тейеш.
Ислам дине гүзәл затҡа биҙәнергә рөхсәт итә. Әйтәйек, йөҙөңдә бер аҙ һыр барлыҡҡа килде икән, быны ир күрергә тейеш түгел, уның алдында гелән матур булырға кәрәк. Урамға биҙәнеп сығыу иһә сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлай, тиҙәр. Алтын, көмөш биҙәүестәр ҙә рөхсәт ителә. Яулыҡтың, күлдәктең, итәктең формаһына килгәндә, улар урындағы йолаларға бәйле төрлө булыуы ихтимал.
“Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мосолман кейемен мода өсөн генә кейә” тигән һүҙҙәрҙе күп ишеткән бар. Минеңсә, бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсенән, мосолман кейемендә мода булырға тейеш, ул ҡатын-ҡыҙға күркәмлек, нәзәкәтлелек өҫтәй. Икенсенән, иманға килеү бер-ике көнлөк кенә юл түгел. Быуатҡа яҡын динһеҙ йәшәргә мәжбүр булдыҡ. Ошо арауыҡта бер нисә быуын рухи ҡомартҡыбыҙҙан ситләшеп үҫте, Исламға әҙәбиәттә, сәнғәттә ҡара яғылды. Юғалғанды ҡайтарыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәй, әммә әкренләп алға барабыҙ. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр иманға юлды кейемдән башларға булған икән, дәғүәләр менән күңелен төшөрөү гонаһ булыр.
Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың Исламға килгән иренең рухи үҫешендә өлөшө ифрат ҙур. Әгәр ғаилә башлығы иман юлына баҫҡан, ә хәләл ефете быға бөтөнләй битараф икән, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итеү ауыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күп ерҙә ошо мәсьәлә эшкә тотҡарлыҡ яһай. Әйтәйек, ғаилә ағзаларының береһе генә дингә килеп, яҡындары тарафынан хуплау тапмаһа, иманға юлдың бик ҡатмарлы, оҙайлы булыуы ихтимал. Был йәһәттән айырыуса ҡатын-ҡыҙға һиҙгерлек талап ителә: ир кешенең изге ниәттәрен, ынтылыштарын тойоу, үҫтереү өсөн Аллаһ Тәғәләнән илаһи көс бирелгән уға. Ошо ҡеүәтен файҙаланып, хәләл ефетенең башланғысын күтәреп алған, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, намаҙ уҡый башлаған, балаларын да иман юлына баҫтырған мосолман ҡатындары һоҡланыуға, ихтирамға лайыҡ. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: бындай гүзәл зат вәкилдәре ауылдарҙа ла байтаҡ. Һөҙөмтәлә шуға тағы ла бер ҡат инанаһың: милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең тамырҙары һаҡланған изге төйәктәрҙең киләсәге — әсәләр ҡулында. Барлыҡ рухи төшөнсәләрҙең нигеҙендә Ислам ятыуын аңлап, йәшәү рәүешен уға бәйле үҙгәрткән, балаларына дини тәрбиә биргән ҡатын-ҡыҙ күберәк булһа, “ауыл бөтә”, “тәбиғәт зарарлана”, “кешеләр араһында мөнәсәбәт ҡырҡыулана” кеүек бихисап хәүефле уйҙарҙан ситтә торор инек.
Һүҙҙе өҫ-баштан, кейемдән башлағайным. “Мосолмандың ғилеме ҙур, теле шифалы, төҫ-ҡиәфәте килешле булырға тейеш”, — тиелгән Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә. Әҙәм балаһын бер бөтөн иткән был һыҙаттарҙың Ислам аяҡҡа баҫып килгән заманда әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ә милләтебеҙҙең тотҡаһы булған мосолман ҡатын-ҡыҙы эске һәм тышҡы матурлығы менән тирә-йүнгә нур таратып йәшәй икән, иншаллаһ, тормошобоҙ ҡотло, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.








Вернуться назад