Туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен!06.03.2015
Ағас — тамыры, кеше нәҫеле менән көслө, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ ата-бабабыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ: улар XIII — XIV быуаттарҙа башлап беҙгә үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөп ҡалдырған. Нәҫелебеҙҙең ырыу башлығы Яуыш бей булған. Ул Болғар-Биләр ерҙәрендә йәшәгән, 1361 йылда Тамерлан ғәскәре менән алышта һәләк булған. Ике улы ҡалған — Ихсан бей менән Инсан бей. Тамерлан Болғар ерҙәрен баҫып алғас, улар был ерҙәрҙән китергә ҡарар итә. Ихсан бей әсәһе һәм үҙенең кешеләре менән Иҙел аръяғын һайлай. Уның Ульяновск өлкәһендә ерләнгәне билдәле. Ә беҙҙең бабабыҙ Инсан бей үҙенең кешеләре менән Кама буйлап өҫкә китеп, ошо ерҙәргә килеп төпләнә.

1720 йылда бабабыҙ Әдиғут Тимәсев тыуған. Әдүтовтар, Түмисовтар — Тимәс тигән кеше тоҡомонан. Уның дүрт улы булған — Ғабдрахман, Мәсғид, Әдиғут һәм Мансур. Әдиғут Тимәсев Пугачев һуғышында ҡатнаша, полковник була. Ләкин уның яҙмышы ни сәбәптәндер ҡырҡа үҙгәрә — Пугачев ихтилалы баҫ­тырылғандан һуң, урыҫ батшаһына хеҙ­мәт итә башлай. Улы Мөхәмәҙи (1754 йылғы) атаһының исеменән Әдүтов фа­милияһын ала. Ул 1841 йылда 87 йә­шендә донъя ҡуя. Мөхәмәҙиҙең ике улы була — Баһауетдин (1788 — 1850) һәм Ғималетдин (1882 йылғы). Тәүгеһе ике ҡатынға өйләнә, 17 балаһы тыуа. Күбе­беҙ ошо Баһауетдиндың нәҫеленән.
Әдүтов фамилияһы башҡаса үҙгәр­мәй. Нәҫелдә ҡыҙҙар күп тыуғанлыҡтан, Йо­сопов, Мозафаров, Арзыев, Искән­дә­ров, Рәсүлев, Ғимадетдинов, Мәшәров, Имайкин фамилиялары өҫтәлә. Баһа­ует­диндың бер улы Низаметдин Әдүтов 1-се башҡорт кантоны начальнигы була. Уның улы Ниғмәтйән (1838 йылғы) халыҡта Ниғәмәй кантон булараҡ бил­дәлелек яулай. Ҙур вазифалар башҡара, байҙарға ла, ярлыларға ла берҙәй ҡарай. Елпачиха ауылында (Үдиктә) үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтә. Мәҙәни ағартыу эше менән әүҙем шөғөлләнгән. Ҡазандан уҡытыусылар алып килеп, мәҙрәсә аса. Уның беренсе улы Хөсәйен I Бөтә донъя һуғышында ҡатнаша, граждандар һуғы­шы ваҡытында аҡтар тарафынан атып үлтерелә. Ниғмәтйәндең икенсе улы Мир­зийән — минең ҡарт олатайым, Елпачихала мәҙрәсә һәм балалар приюты тот­ҡан, урыҫ-башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған.
Нәҫелебеҙҙән сыҡҡан билдәле шәхес­тәрҙе лә атап үтке килә: Яҡуб Әдүтов — Ҡазанда “Мөхәмәҙиә” мәҙрә­сәһендә оҙаҡ йылдар уҡыта, сығышы менән Пермь губернаһының Елпачиха ауылынан; Абдулла Әдүтов-Камский (1902 — 1942) — филология фәндәре кандидаты, “Буратино”ны татар теленә тәржемә итеүсе, 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була; Фәйез Әдүтов — билдәле рәссам, Хөсәйен Әдү­тов­тың ейәне; ағалы-энеле Мөхәмәд­йәровтарҙан Роберт Дәүләт улы — техник фәндәр докторы, академик, Ҡазан ҡалаһындағы аэрокосмик приборҙар эшләү институты директоры, Рауил — физика-математика фәндәре докторы, Екатеринбург ҡалаһында ғүмер итә; Олег Брызгин — техник фәндәр докторы, профессор, Киев ҡалаһында йәшәй.
Әле үҙебеҙҙең 25 быуынды беләбеҙ. Шәжәрә төҙөүселәрҙән Хәйәсетдин Әдүтовты билдәләп үтке килә. Һуңыраҡ был эште Яр Саллыла йәшәгән Рафаэль Әдүтов дауам итте. Уның Краснодар крайындағы Темрюк ҡалаһында ғүмер иткән ағаһы Альберт Мәсхүт улы ла нәҫел ептәрен барлау буйынса ҙур эш башҡара. Мәрхүмә Рәйхана апай Әдүтова ла бай һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ҡалдырҙы.
Үҙем шәжәрә төҙөү менән 1997 йылдан башлап ҡыҙыҡһынам. Пермь һәм Өфө архивтарында беҙҙең нәҫел тура­һында күп мәғлүмәт һаҡланғанын белә инем. 1816 йылдан 1859 йылға тиклемге халыҡ иҫәбен алыу материалдарына таянып, 9-сы быуынға тиклем барып еттем. 2009 һәм 2012 йылдарҙа тамыр­ҙарыбыҙҙы барлау, туғандарҙы табыу-осраштырыу маҡсатында фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙек. Унда нәҫелебеҙ­ҙең Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшә­гән вәкилдәре йыйылды. Туған­да­ры­быҙҙы таптыҡ, киләсәктә араларҙы һыуытмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Халыҡ иркен, намыҫын, үҙенең тоҡомон һаҡлап, революция, граж­дандар һуғышы, Сталин репрессия­һы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында тыныслыҡ өсөн көрәшеп һәләк булған ата-бабабыҙға мәңгелек дан! Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.







Вернуться назад