Диңгеҙ буйында – кеүәҫ09.02.2012
Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара эсемлектәр күргәҙмәһе үтте, унда Башҡортостандың "Учалы-һөт" компанияһы ҡатнашты.
Яҡташтарыбыҙ был илдең Анталья төбәгендә кеүәҫ етештерә. Былтыр ойошторолған "Квас Гыда Л. Т. Д. Шти" предприятиеһы республикабыҙ менән Төркиә араһындағы эшлекле хеҙмәттәшлектең өлгөһө булып тора. Антальяла етештерелгән кеүәҫ менән лимонадты, әйткәндәй, урындағы халыҡтан бигерәк, ял итергә барған яҡташтарыбыҙ күберәк ҡуллана, уны отелдәрҙә, ресторандарҙа һәм кафеларҙа һатып алырға мөмкин. Быйыл Төркиәлә 6000 тонна самаһы эсемлек етештерергә ниәтләйҙәр, киләсәктә был күләм тағы ла артасаҡ.


Вернуться назад