Йөрәктәрҙә йәшәй06.03.2015
Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан, туған халҡы өсөн йәнен бирергә әҙер, яҙмышын уның аң кимәлен, рухын үҫтереүгә бағышлаған Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов белгес булараҡ та, психологик бөтөнлөгө йәһәтенән дә күптәргә өлгө ине. Остазыбыҙ белем биреү тармағында ғына түгел, ә башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте өлкәһендә лә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште.
Рафаэль ағай менән тәүге осрашыуым Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында булды. Методист Фәнилә Әминева, ғалимды беҙҙең менән таныштырып: “Профессор Рафаэль Аҙнағолов һеҙгә лекция уҡыясаҡ”, – тине. Беҙ, уҡытыусылар, дәресте әңгәмә рәүешендә үткәреүен үтендек, ул шатланып риза булды. Башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, көнкүреше һәм башҡа бик күп өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар бирелде, яуаптар алынды. Шәхсән үҙемде ҡыҙыҡһындырған психология өлкәһе буйынса мөрәжәғәт иткәс, Рафаэль Ғәйнетдин улы: “Бына ошо юҫыҡта, психология менән әҙәбиәтте бәйләп фекерләгән уҡыусыны осратыуыма шатмын”, – тине.
Яҙмыш ҡушыуылыр: БДУ-ла уҡығанда профессорҙар Р. Ғ. Аҙнағолов, С.Ә. Хамматова ижади эштәремдең етәксеһе булды.
Әҙәби тәнҡитсе булараҡ, Рафаэль Ғәйнетдин улы ижадты тормош, мәҙәниәт, тәрбиә менән бәйләп өйрәнде. Уның “Һуңлап әйтелгән һүҙ” исемле мәҡәләһенә күҙ һалайыҡ: “...Тәнҡитселәр ҙә һуңғы осор әҙәби ижадҡа битараф була бара. Ижад тигән оло байлыҡты ҡурсалау, тейешле йүнәлеш биреү, башҡаларҙың тел-тешенән һаҡлау, кәрәк урында яҡлау – әҙәби тәнҡиттең төп бурысы түгелме ни?!
...Әйтәйек, әҫәрҙең формаһы һәм материалы хаҡында ғына һүҙ ҡуйыртыла икән, был инде анализ түгел. Авторҙың үҙ әҫәренә мөнәсәбәте, яҙманың концепцияһы, милли рухҡа, үҙ уҡыусыһына мөнәсәбәте һәм башҡалар ниндәй кимәлдә сағылдырылған?..
...Һуңлап әйтелгән һүҙемде йомғаҡлап, шуны белдергем килә: беренсенән, яҙыусы тигән шәхес дәүләт яҡлауына мохтаж; икенсенән, улар өсөн ижад йорто булдырыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә; өсөнсөнән, юғары әҙәби курстар, тәнҡитселәр мәктәбе асыу әҙиптәребеҙҙең белемен камиллаштырыуға бер аҙым булыр ине...”
Быйылғы Әҙәбиәт йылында Рафаэль ағайҙың был тәҡдимдәре – айырыуса көнүҙәк. Ул яҙыусы, ижадсы шәхесен камилыраҡ итеп күрергә ынтылғайны бит.
Телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау буйынса бик күп эш башҡарҙы Рафаэль ағай. Ул баҫалҡы шәхес, ярһыу патриот, тәрән фекерле тәнҡитсе ине. Уҡыусылары өсөн – остаз, хәләл ефетенә – хәстәрлекле ир, балаларына — яҡшы атай... Рухы күңелдәребеҙҙе гел изгелеккә, бейеклеккә әйҙәп торасаҡ. Мәңге онотолмаҫ шәхестәрҙең береһе ул Рафаэль Аҙнағолов!